12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап — рухи хазинабыҙ

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән «Уҡытыусы һәм остаз йылы», «Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы» указдарына ярашлы китап күргәҙмәләре ойошторолдо.

«Уҡытыусы – изге һөнәр» китап күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереүгә, камиллаштырыуға ҙур өлөш индергән мәғрифәтселәр, мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар, әҙәбиәт белгестәре тураһында китаптар урын алған. Китаптарҙа уларҙың тормош юлы, фиҙакәр хеҙмәте – йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, мәктәптәрҙе, махсус уҡыу йорттарын, балалар ойошмаларын үҫтереүгә булышлыҡ иткән эш өлгөләре, бай тәжрибәһе һүрәтләнә.

«Йәнтөйәкте һаҡлайыҡ!» китап күргәҙмәһе тыуған илебеҙгә битараф булмаҫҡа, уны һаҡларға һәм яҡларға саҡыра. Йәнтөйәген ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш. Бәләкәй Ватаныбыҙ өсөн булһа ла изге ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы эштәр башҡарһаҡ тормошобоҙ тағы ла күркәмерәк булыр.