12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Илһамлы ижад емештәре

19 январь үҙәк район китапханаһында 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, драматург, тәржемәсе Зәйнәб Биишеваның  тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «Илһамлы ижад емештәре» исемле әҙәби кисә ойошторолдо.

Әҙәби кисәлә ҡатнашыусы һәр кем үҙендә илһөйәрлек, төлһөйәрлек сифаттарын тойҙо, илһам сығанағы, рух ныҡлығы менән ҡеүәтләнде. Йәш ярымлыҡ сағынан әсәйҙән ҡалып, тормоштоң бар ауырлығын үҙ иңендә татыған Зәйнәб Биишеваның тормош юлы ысын мәғәнәһендә фәһемле, заман кешеһе өсөн өлгө. Сара барышында  мәшһүр яҙыусының тормош юлы һәм ижады тулайым кимәлдә яҡтыртыла барҙы, Башҡортостан ижад телевидениеһының «ХАЗИНА» ижад берекмәһе төшөргән видеояҙма күрһәтелде,  «Яҡтыға» трилогияһының «Кәмһетелгәндәр» романынан өҙөк сәхнәләштерелде, «Яҡты хистәр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһенә төплө байҡау яһалды.

Зәйнәб Биишеваның һәр әҫәре изгелеккә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. Уҡыусыларҙың «Яҡшы һәм яман» шиғырын ятлауҙары, әҙәби кисәгә йәм өҫтәне. Мәғариф хеҙмәте ветераны Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы Моталова «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» хикәйәтен һөйләп, уҡыусыларға фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Шулай уҡ, арҙаҡлы яҙыусының телебеҙҙе яратырға, һаҡларға, яҡларға өндәгән «Башҡорт теле» шиғырын уҡыусыларҙың яттан белеүе үҙе ҙур ғорурлыҡ, телебеҙ өсөн оло баһа. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева Зәйнәб Биишеваға ҡағылышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның әҫәрҙәрен уҡырға өндәне.

Зәйнәб Биишева – оло әҙибә, фекер эйәһе, үҙ халҡын яҡтыға әйҙәүсе. Мәңге һүнмәҫ рухлы, алтынға тиң намыҫлы ижады менән башҡорт халҡының арҙаҡлы яҙыусыһы булып халҡыбыҙ күңелендә юғары урын алды.