12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби-музыкаль кисә «Ожмах йәшәй хыялдарҙа»

Мин – ҡатын-ҡыҙ. Хәсрәттәрем ябай:

Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.

Мин донъяға тирәм тик изгелек,

Мин донъяға тик яратып бағам.

Ҡатын-ҡыҙҙың бар хис-тойғоларын, наҙлылығын, нәзәҡәтлеген шиғыр юлдарына теҙгән  күренекле яҡташ шағирәбеҙ Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың шиғри әҫәрҙәре аша үҙ күңел кисерештәребеҙҙе, йөрәк түренән сыҡҡан әйтер һүҙебеҙҙе күрәбеҙ, тормошта таяныс булырҙай ҡөҙрәт табабыҙ. Үҙәк район китапханаһында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә «Ағинәйҙәр», «Сикһеҙ китапхана» берекмәһе һәм әүҙем китап уҡыусылар өсөн ойошторолған «Ожмах йәшәй хыялдарҙа» әҙәби-музыкаль кисә быға төп дәлил булып тора.

Күренекле яҡташыбыҙ, шағирә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған  матбуғат  һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова районыбыҙҙың иң йәмле, барлыҡ тәбиғәт гүзәллеген үҙ эсенә һыйҙырған Аҡъюл ауылында тыуған. Ғаиләлә кинйә ҡыҙ булараҡ Йомабикә Ильясоваға ата-әсәһенең сикһеҙ һөйөүен, туғандарының наҙын, ауылдаштарының йылылығын тойоп үҫә ул. Әсәһе һөйләгән әкиәттәр, хикәйәләр, риүәйәттәр, легендалар, өйгә күмәртәләп килгән китап һәм журналдар бәләкәй ҡыҙсыҡтың аң-белемен үҫтерә, ғилем алыуға ныҡлы көс бирә. Уҡыу йылдары, ғаилә ҡороу, эш дәүере, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре… Йомабикә Ильясова барыһын да намыҫлы башҡара, ул һөйөклө ҡатын да, өлгөлө әсәй ҙә, наҙлы өләсәй ҙә. Республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә ең һыҙғанып хеҙмәт иттеүе, үҙ алдына алған бурыстарҙы аныҡ үтәүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Әҙәби-музыкаль кисәлә арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормош юлы һәм ижадына төплө байҡау яһалды. Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова шағирәгә ҡарата булған хәтирәләре менән уртаҡлашты. Фәнис Атанов ҡурайҙа, Ғәлимйән Ультраков баянда уйнап, кисәгә мәртәбә өҫтәне.

Арҙаҡлы шәхесебеҙ, шағирә Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованы ғүмер байрамы менән бар йөрәктән тәбрикләйбеҙ, ижади шишмәләренең һүрелмәүен, киләһе көндәренең аяҙ, яҡты булыуын теләйбеҙ.

Лира Такалова, үҙәк район китапхана хеҙмәткәре.