12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хәтер мәңгелек!

Илебеҙ тарихындағы иң аяуһыҙ алыштарҙың береһе булған Бөйөк Ватан һуғышы баҫылғанға инде күпме ваҡыт үткән, ә  уның шомло елдәре һаман тынғы бирмәй йөрәктәрҙе өтә. Хәбәрһеҙ юғалғандар, яу яланынын мәңгелеккә төйәк итеп алған яҡташтарыбыҙҙы табыу, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү дауам итә һәм был юҫыҡта эш алып барыусы эҙәрмәндәрҙең, атайҙарын юғалтҡан улдарҙың  изге ниәттәре оло баһаға лайыҡ.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, Мәмбәт ауылының почетлы гражданины Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов та ғүмер буйы фронтта хәбәрһеҙ юғалған атаһы тураһында мәғлүмәттәр эҙләй һәм 81 йылдан һуң  ул үҙ ниәтенә ирешеп, атаһының һуңғы төйәген таба. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтов Ростов өлкәһенең туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Яҡташыбыҙ Миҙхәт Мәмбәтовҡа атаһының ҡәберлегенә барып баш эйергә насип була. Шулай уҡ, ҡәҙерлеләре алдында ҡуйған уллыҡ бурысын да үтәп, әсәһе ҡәберлегенән изге тупраҡты атай ҡәберлегенә һала һәм атай ҡәберлегенән алып ҡайтҡан бер ус тупраҡты тыуған төйәгенә алып ҡайта.

Ошо уңайҙан Мәмбәт ауылында «Хәтер мәңгелек!» тип аталған митинг булып үтте. Был барлыҡ районыбыҙ халҡы өсөн оло хәтер көнө булды. Митингта һүҙ тотҡан һәм кешенең әйткән һүҙҙәре аша беҙ ҡот осҡос ауыр һуғыш йылдарын һәр саҡ күҙ уңында тоторға, батырҙарыбыҙҙың, яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа, яуҙа ятып ҡалған ир-егеттәргә, үлем тырнағынан үткән ветерандарға мәңге рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Был – беҙҙең изге бурыс.

Текст: Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.