12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Дуҫлыҡ күпере

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юллана. Маҡсаттары: башҡорттар араһында мәҙәни программа менән айыҡлыҡты пропагандалау, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уларға башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү. Ошо айҡанлы районда башҡорт телендәге китап-журналдар йыйыу буйынса акция иғлан ителде.

Акцияға беренсе булып район хаҡимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова, район ветерандар ойошмаһы етәксеһе Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Аллағолова, район инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Гөлсирә Сәлих ҡыҙы Хәкимова, «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.