12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби осрашыу «Ижади ынйылар»

9 июнь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китапхана янында ойошторолған «Аҫылташ» ижади ойошмаһының һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре менән «Ижади ынйылар» исемле әҙәби осрашыу үтте. Осрашыуҙа яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,  яҡташыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова ла ҡатнашты.

Донъялағы һәр бер йылғаның инеше, баш алған шишмәһе булғандай, әҙәм балаһының да тыуған төйәге, көн яҡтыһына тәүләп күҙе асылған кескәй Ватаны бар. Осрашыуҙың темаһы ошо оло Ватаныбыҙға арналып, «Тыуған ерем – алтын бишегем» тип аталды.

Сара барышында талантлы һәүәҫкәр ҡәләм тибрәтеүселәр  тыуып үҫкән ғәзиз ере, килен булып төшкән яҡтары тураһында илһамланып һөйләп, ошо юҫыҡта яҙылған рухлы шиғырҙарын, хикәйәләрен уҡып ишеттерҙеләр.

Артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай һаҡ биҙәктәр аша тыуған яғына, уның тәбиғәтенә, аҡ ҡайындарына, мул һыулы йылғаларына, алтынланып ятҡан иген баҫыуҙарына, сал ҡылғанлы далалар киңлегенә арналған шиғыр-хикәйәләре менән уҡыусы күңелен арбап ала белә беҙҙең һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ. «Тирә-яҡ тотош шиғыр булғанда нисек яҙмай түҙмәк кәрәк? Күңелендә шиғриәткә һөйөү йөрөткән һәр кем илһам сығанағына юлды тап ошонан – тыуған тупһанан башларға тейештер ҙә!»  – тип, тыуған еренә булған бөтмәҫ һөйөү, ғорурланыу хистәрен белдерҙе улар. Ысынлап та, һәр-береһенең ижад ынйыларын тыңлап, районыбыҙ ауылдарына күңелдәребеҙ менән сәйәхәт ҡылдыҡ, тыуған еребеҙҙең ни тиклем күркәм, йәмле икәненә тағын бер тапҡыр инандыҡ

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова иһә уларҙың һәр береһенең ижадына бәйле үҙ фекерен әйтте, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе. «Хис-тойғолорығыҙ тулы һәм теүәл, тасуири ҙа, дала кеүек иркен дә. Уңышлы әҫәрҙәр ҙә күҙгә салынды. Һеҙ һүҙ сәнғәтенең ҡәҙерен, тәмен тояһығыҙ. Әҙәбиәткә яҡын торған кешенең күңеле таҙа, саф була. Һеҙгә артабан да ижад сәме, яңы идеялар, күңел көрлөгө теләйем».

Ижади осрашыу бик ялҡынлы үтте, барыһының да күңелендә йылы тәҫьораттар ҡалдырҙы. Киләсәктә лә «Аҫылташтар»ҙан уҡымлы, тәрән мәғәнәле, фәһемле,  аҫыл да яҙмалар көтөп ҡалабыҙ.

Рәмилә Файзуллина, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.