12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сәғәт «Ҡош юлынан барам»

15 октябрь район үҙәк балалар моделле китапханаһында Абдуллин Ибраһим Әхмәт улының тыуыуына 100 йыл айҡанлы, «Ҡош юлынан барам» тип аталған әҙәби сәғәт үткәрелде. Был сараға Аҡъяр ауылы 2-се һанлы мәктәбенең 5- се класс уҡыусылары килде(Рәсембәтова А.Р.) Улар Ибраһим Абдуллиндың биографияһы, ижады менән танышып, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

И. Абдулин ижадының төп өлкәһе — драматургия; ул өс тиҫтәләп ҙур күләмле пьесалар авторы. Уның «Девон фонтандары», «Вәғәҙә онотолмай», «Беҙ айырылышмабыҙ», «Йәмле Ағиҙел буйҙары»  кеүек пьесалары китаптарҙа баҫылып сыҡты һәм театр сәхнәләрендә ҡуйылды.

Сара аҙағында китапханасылар «Ибраһим Абдуллинга 100 йыл» тип аталған китап күргәҙмәһе менән таныштырҙылар.