12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ҡояш янында–йылылыҡ, әсә янында-изгелек»

6 март үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» берекмәһе, әүҙем китап уҡыусылар өсөн халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Ҡояш янында–йылылыҡ, әсә янында-изгелек» исемле әҙәби кисә ойошторҙо.

Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан  йөрәктәребеҙҙе елкендереп,  йомарт ҡояшлы март айы күңелдәрҙе иркәләгәндә ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар мөләйемлеге, ихласлығы менән донъяның бар матурлығын үҙ булмышына һеңдергән яҙ ҡояшындай. Тап ошо илаһи мәлдә улар иғтибар үҙәгендә, бар ғәләм нәфис зат тирәләй әйләнгәндәй.

Әҙәби кисәнең беренсе өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ «Зирәктәр һәм отҡорҙар», «Беләрмән» конкурстарында әүҙем ҡатнаштылар, төрлө әҫәрҙәрҙән килтерелгән өҙөктәрҙең  авторын һәм китап исемен атанылар.

Хәстәрлекле, өлгөлө әсәй, егәрле хужабикә, хеҙмәт һөйгән, эштә лә уңған, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һоҡланыу тойғоһо уята. Бигерәк тә йәш әсәйҙәрҙең, елдәй елеп үткән заманыбыҙҙа һәр яҡтан өлгөр, уңышлы булыуҙары, төрлө ҡул эштәре менән мауығыуҙары күркәм сифаттарҙың береһе булып тора. Ошо хәкиҡәтте иҫбатлап, оҫта ҡуллы Ләйсән Баязит ҡыҙы Солтанғужина гүзәл затты һөйкөмлө итеп күрһәткән яулыҡ ябыныу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шулай уҡ, һәр яҡтан маһир булыусы Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы Моталова үҙенең үҙенсәлекле ҡул эштәре менән таныштырҙы.

Ҡатын-ҡыҙ ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, матурлыҡ та, йомшаҡлыҡ та, сабырлыҡ та, иң көслө әсәлек хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.  Ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы сара, матур итеп үткәргән ваҡыт өсөн сараны әҙерләүселәргә рәхмәт әйтеп таралышты.