12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби дәрес «Ижадта табылған бәхет»

12 февраль үҙәк район китапханаһында 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары өсөн  яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, абруйлы яҡташыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың тормош юлына һәм ижадына арналған «Ижадта табылған бәхет» исемле әҙәби дәрес үткәрелде.

Фәрзәнә Акбулатова бай тормош тәжрибәһе туплаған талантлы яҙыусы, журналист. Ул халыҡ рухын, уның күңелен үҫтергән шәхес, талымһыҙ ижад кешеһе. Яҙыусының әҫәрҙәрендә кешелеклелек, изгелек, милләтебеҙҙең мәртәбәһен күтәреүсе әхләки сифаттар ярылып ята.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе аша яҙыусының тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны. «Атай икмәге» йыйынтығына ингән «Атай икмәге», «Бурыс» исемле хикәйәләре менән төплө таныштырып үттеләр. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының ата-әсәһе һуғыш осоро балалары, уларҙың ауыр михнәт йылдары тураһында һөйләүҙәрен ишетеп үҫкән ул. «Атай икмәге» хикәйәһендә лә  ағалы-ҡустылы Миҙхәт һәм Мотаһар аша һуғыш йылдарындағы аслыҡтың  йән өшөткөс күренешен аса. Шул осор балаларының холоҡ ҡылыҡтарын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яҙыусы, үҙе кисергәндәй итеп, ижади оҫталыҡ менән сағылдыра. Ауыр аслыҡ йылдарын беҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, әммә яҙыусыларыбыҙҙың  повесть, хикәйә,  романдарын уҡыһаҡ, ысынлап та бик хәсрәтле, ауыр тормош йылдары булғанына төшөнәһең. Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» хикәйәһе  быға асыҡ дәлил булып тора. Хикәйә бөгөнгө тыныс, матур тормоштоң, ашар ризығыбыҙҙың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Уҡыусылар менән ошо темаларға фәһемле фекер алышыу ойошторолдо, «Блокада икмәге» тигән видеотаҫма күрһәтелде.

 

Л. Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.