12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Фольклор сәғәте «Биҙәүестәр тарих һөйләй»

 

5 февраль үҙәк район китапханаһында 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 7 класс уҡыусылары өсөн быйыл республикала һәм районыбыҙҙа уҙғарыласаҡ VI Бөтә Донъя фольклориадаһы уңайынан «Биҙәүестәр тарих һөйләй» исемле фольклор сәғәте үткәрҙе. Сараның маҡсаты уҡыусыларға фольклор тураһында киң мәғлүмәт биреү, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү.

Күп быуатлы, ҡатмарлы тарих юлы үткән башҡорт халҡының фольклорында ауыҙ-тел ижады менән бер рәттән,  аш-һыу, кейем-һалым, йорт-ҡура, биҙәкләү, семәрләү, нағыш сигеү, ғаилә тормошо, халыҡ дине, йола поэзияһы һәм башҡа традицион жанрҙар ныҡлы үҫеш алған. Улар ярҙамында халыҡтың күп быуаттар буйына тупланған аҡылы, тормош тәжрибәһе, донъяға ҡарашы, матурлыҡты, батырлыҡты тойоу, ғәҙеллекте аңлау ҡеүәһе, кешеләр, ырыуҙар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, ижтимағи тормошто яйға һалыу, йәштәргә тәрбиә биреү, бөтәһе лә халыҡ ижады аша тормошҡа атҡарылған.

Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре мәҡәлдәр, йомаҡтар һәм әкиәттәр утрауына сәйәхәт ҡылдылар. Ҙур тәрбиәүи көскә эйә был фольклор жанрҙары ололар һүҙен, ата-бабалар кәңәшен, өгөт-нәсихәтен, халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән. Уларҙа ижадсы халыҡтың аңы, рухи йөҙө, тәрән аҡылы, художество таланты сағыла.

Башҡортостанды атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика кимәлендә үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһе лауреаты Илдар Әбделмән улы Юнысов ҡобайырҙарҙың үҙенсәлеге тураһында һөйләп, яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова яҙған «Мында матурлыҡ» ҡобайырын йырлап ишеттерҙе.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, хеҙмәт ветерандары Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева һәм Мәрфуға Хужәхмәт ҡыҙы Азаматова йолалар һәм легендалар менән таныштырып, теләктәрен еткерҙеләр: «Һәр бер ерле халыҡтың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, ер-һыу атамаларына бәйле легендалары, риүәйәттәре була, ырым-ышаныуҙары бар. Ошо ҡомартҡылар телдән-телгә һөйләп, яҙып алып беҙҙең көндәргә тиклеп һаҡланып ҡалған. Шуға күрә лә беҙ уларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Улар беҙҙе бар яҡтан тәрбиәләй, тормошта дөрөҫ юл һайларға өйрәтә».

Башҡорт милли биҙәүестәре – тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Биҙәүестәр халҡыбыҙҙың тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе, ғаиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатын күҙ алдында тотҡан. Бөгөнгө көндә милли биҙәүестәребеҙ менән ҡыҙыҡһынған,  уларҙы өйрәнгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп. Шуларҙың береһе Аҡъяр ауылы һылыуы Әлфинә Ультракова үҙе эшләгән зауыҡлы селтәрҙәре менән таныштырып, тегеү серҙәре менән бүлеште һәм унда ҡулланылған мәрйен, тәңкә, ҡортбаштарҙың мәғәнәләрен аңлатып үтте.

Сара барышында «Халҡыбыҙ хазинаһы» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды. Ҡатнашыусылар күргәҙмә аша районыбыҙҙың халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованың тормошо юлы һәм ижады тураһында яҙылған «Ауыл зыялыһы – Әсмә Усманова» исемле китабы менән төплө таныштылар. Халҡыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ рухи байлығын туплаған, Республика кимәлендә үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһе лауреаты Тәнзилә Ҡәйүм ҡыҙы Ҡыҙрасова башҡорт халыҡ йыры «Зиләйлүк»те  йырлап ишеттерҙе.

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынға иҫ киткес бай фольклорын мираҫ итеп ҡалдырған, ошо халыҡ ижадына һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫәсәк.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.