12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Тел – халыҡтың рухи йәшәйеше һәм киләсәге»

Үҙәк район китапханаһы Аҡъяр урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле көнөнә ҡарата «Тел – халыҡтың рухи йәшәйеше һәм киләсәге» исемле әҙәби сара үткәрҙе.

Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән, бер булмышы бар. Ул – тел. Тел халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше.

Әҙәби сарала уҡыусыларыбыҙ мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, шиғырҙар аша телебеҙҙең бәҫен, тәмен тойҙолар. «Тәрән мәғәнәле ижад» китап күргәҙмәһе аша билдәле шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштылар.

Кисәбеҙҙең ҡунағы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе: «Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һәр халыҡтың хазинаһы, моңлы йәдкәре ул – тел, әсә теле. Туған телен ҡәҙер иткән халыҡ, хөрмәтле була. Үҙ телегеҙгә бер ҡасан да битараф булмағыҙ, һаҡлағыҙ, иркен аралашығыҙ, телмәрегеҙҙе үҫтереүгә бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине», – тине.

Башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырына флешмоб менән тамамланды.