12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Рух яҙыуы» рухландырҙы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Хәйбулла районы ауыл биләмәләре араһында «Рух яҙыуы» район әҙәби телевизион бәйгеһе ойошторолдо. Конкурстың маҡсаты бөйөк шағир, яҙыусы, публицист, философ һәм аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең ижадына һөйөү тәрбиәләү, әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙы өйрәнеүгә этәргес биреү. Башҡортостандың мәҙәни мираҫына, әҙәбиәткә ҡарата ғорурлыҡ һәм милли рух тойғоһо тәрбиәләү.

Мостай Кәрим донъяһы – ул һоҡланып туя алмаған башҡорт далаһылай киң, фекерҙәренең тәрәнлеген океанға тиңләрлек. Уның ижады – юғары һүҙ сәнғәте. Халыҡ шағирының поэзияһы, проза һәм драматургияһы әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.

Бәйгенең беренсе турында 30 ғаилә дуеты ҡатнашты. Ярымфиналға  сығыу өсөн социаль селтәрҙә тауыш биреү ойошторолоп, финалға 10 ғаилә дуеты үтте.  Конкурстың беренсе туры Мостай Кәримдең шиғырҙары буйынса үтһә, икенсе туры прозаға, өсөнсө туры драматургияға арналды.

Ниһәйәт, 13 декабрь район мәҙәниәт йортонда «Рух яҙыуы» район әҙәби телевизион бәйгеһенең финалы үтте. Был көндө бөйөк шағирыбыҙҙың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәренән, «Ай тотолған төндә», «Туй дауам итә», «Айгөл иле»  һәм башҡа пьесаларынан өҙөктәр тәҡдим ителде.   Бәйгеселәребеҙҙең  рухлы, бай йөкмәткеле сығыштарын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева, Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова, Аҡъяр телетапшырыуҙар студияһы директоры Дилә Әхмәҙей ҡыҙы Фазылова, район  мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова, район мәҙәниәт йорто методисы Фәнисә Усман ҡыҙы Ҡыуандыҡовалар баһаланы.

Нәзифә Ҡыҙрасова һәм  Әминә Чипшева, Фәүзинә һәм Юлдаш Рәимовтар, Зөлфирә һәм Урал Ниғмәтуллиндар, Айһылыу һәм Айгөл Байсуриналар, Йәнгүзәл һәм Ләлә Байғужиналар, Гөлмирә һәм Линиза Бикбовалар үҙенсәлекле сығыштары менән әҙиптең үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрҙө, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабаттан тергеҙҙе, әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтте.

Мостай Кәримдең ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәрен күҙ алдына баҫтырып, тамашасылар күңелен яулаған  Рәмзиә Дәүләтҡолова, Илгинә Ғиләжева, Рәйсә һәм Динә Кускилдиналар Аҡъяр телетапшырыуҙар студияһының махсус бүләгенә лайыҡ булдылар.

Оло әҙиптең әҫәрҙәрендә быуындар күсәгилешлеге, туғанлыҡ ептәренең ныҡлығы, ғаилә ҡиммәттәре асыҡ сағыла. Ошо хаҡиҡәтте үҙҙәренең сығыштары менән иҫбатлап, Илүзә һәм Вәсилә Мәмбәтоваларға хаҡлы рәүештә  «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы тапшырылды.

Әлбиттә, бәйге булғас уның төп еңеүсеһе лә була,  «Рух яҙыуы» район әҙәби телевизион бәйгеһендә Әбүбәкер ауылынан Айгүзәл һәм Әминә Билаловаларға Гран-при бирелде.  Бөтә бәйгеселәребеҙгә лә ижади уңыштар, яңы балҡыштар теләп, рәхмәт һүҙҙәрен район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова еткерҙе.

Башҡорт теленә, туған әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәлгән сараны район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йырҙары кисәнең матур бер биҙәге булды.

Тыуған илен, ғәзиз телен яратҡан, әҙәбиәткә, халҡыбыҙ тарихына тоғро булып, уның хаҡына аямай хеҙмәт иткән, илгә ҡот өҫтәгән меңәрләгән рухлы ир-уҙамандарыбыҙ һәр осорҙа ла һоҡланыу тойғоһо уята, мәңгелеккә хәтерҙә ҡала. Мостай Кәрим һәр беребеҙҙең күңелендә, башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина булып йөрәк түрендә ҡалыр.

Р.З. Файзуллина, Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре.