12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби дәрес «Һүҙ ҡәҙерен белеү – ҙур мәртәбә»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы икенсе һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыларына публицист, прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Ғәлим Афзал улы Хисамовтың тормош юлына һәм ижадына арналған «Һүҙ ҡәҙерен белеү – ҙур мәртәбә» исемле әҙәби дәрес үткәрҙе.
Ғәлим Хисамов тиҫтәләгән роман, повесть, хикәйәләр авторы. Талантлы әҙип заман уҡыусыһы менән йәнәшә атлай, уның эстетик зауығын иҫәпкә алып, әҙәби үҫеш тенденцияларын яҡшы тойоп, уңышлы ижад итә. Булһынмы ул фантастик хикәйә, детектив повесть, роман-хроника, тарихи фараз һәм башҡа жанрҙар, яҙыусы бөтәһендә лә оҫта йөҙә, төплө табыштары, ныҡлы эҙләнеүҙәре менән һоҡландыра. Мәҫәлән, «Тамып та ғына ҡала ҡандары», «Аҡтамыр» романдарында Ғәлим Хисамов документаль сығанаҡтарға таянып, башҡорт тарихын, халыҡтың билдәле һәм ябай вәкилдәре тормошон тарихи теүәллектә сағылдыра, ә бына «Тәфтиләү» һәм «Аһура-Мазда» романдарында яҙыусының ижади фантазияһы яңы кимәлгә күтәрелә. «Шаҡай бураны» романы милләтебеҙ яҙмышында иң драматик урындарҙың береһен биләгән дәүерҙе бөтә дөрөҫлөгөндә асып һала. Башҡортостан автономияһын барлыҡҡа килтереү өсөн көрәш ваҡиғаларын һүрәтләгән был роман республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналыуы оло мәртәбә.
Әҙәби дәрестә китапхана хеҙмәткәре «Халыҡсан шиғриәт асылы» исемле китап күргәҙмәһе аша «Ҡара шишмә», «Тәфтиләү», «Тамып та ғына ҡандары», «Илһеҙгә көн юҡ» йыйынтыҡтарына төплө байҡау яһаны. «Билдәһеҙ кеше» хикәйәһен ҡыҫҡаса һөйләгәндән һуң, ундағы ғаиләлә дөрөҫ тәрбиә алмаған үҫмерҙең нисек енәйәт юлына баҫыуы һәм фажиғәле яҙмышҡа дусар булыуы тураһында уҡыусылар менән фекер алыу ойошторҙо.
Уҡыусыны һутлы теле менән арбап, әҫәр буйы көсөргәнештә тота белеүе, халҡыбыҙҙың ҡанлы яҙмышын, мәҙәниәтебеҙҙең тарихи тамырҙарын һәм үҫеш юлдарын дөрөҫлөктә асып һалыуы, ҡиммәттәрен юғалтмай торған ваҡиғаларҙы күтәрә алыуы менән Ғәлим Хисамов әҙәбиәт йыһанында юғары рухлы яҙыусы булып ҡала.

  

  Башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире 
Р.З. Файзуллина.

Фото төшөрҙө: Л.Давлетбирдина