12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хайбуллинская ЦБС Әҙәби сәйәхәт «Заман заңы – «Шоңҡар»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Аҡъяр урта мәктәбенең 6 класс уҡыусылары өсөн «Заман заңы – «Шоңҡар» исемле әҙәби сәйәхәт үткәрҙе. Сараның маҡсаты республикабыҙҙа киң билдәлелек яулаған, Башҡортостан йәштәре өсөн сығарылған әҙәби-нәфис «Шоңҡар» журналы менән таныштырыу, уның геройҙары аша  үҙ телеңде,  моңоңды, тарихыңды хөрмәт итергә, ҡәҙерләргә өйрәтеү.

Бөгөнгө әҙәби, мәҙәни майҙанда лайыҡлы урын алған был үҙенсәлекле баҫманың үҙ фекере, үҙ йөҙө һәм үҙ тарихы бар. Алдынғы ҡарашлы, тос фекерле, халҡыбыҙҙың милли үҙаңын уятыусы журнал хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡлы, фәһемле, төрлө яҡлы рубрикалары аша йәштәребеҙҙе дәртләндерә, маҡсатлы итә, аныҡ йүнәлештәр бирә.

Китапхана хеҙмәткәре  Лира Такалова баҫманың һәр бер рубрикаһын асып, «Самауырҙы йыҡҡансы»һына  төплөрәк туҡталып, геройҙарының мауыҡтырғыс тормош юлдары тураһында һөйләне. Замандаштарыбыҙ кеүек ынтылышлы, өлгөлө булырға, халҡыбыҙға кәрәкле булған егет-ҡыҙҙар булып үҫергә ярҙам итә «Шоңҡар» журналы. Уйландыра, рухландыра, ҡанатландыра, үҙ алдыңа яңы бурыстар ҡуйырға өйрәтә. Заман еле менән бергә елгән журналыбыҙ үҫмер балалар араһында үҙ уҡыусыһын табыр һәм әлбиттә киләсәктә лә баҫма геройҙары араһында уларҙы ла күрербеҙ тип, ышанып ҡалабыҙ.

 

Мәғлүмәт: Лира Такалова – үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы;

Фото: Зилиә Абдрахманова – үҙәк район китапханаһының китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү бүлеге китапханасыһы