12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡәҙерле китап һөйөүселәр һәм кескәй дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең иғтибарығыҙға, Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һәм беҙҙең китапханаларҙа урын алған яңы китаптар тәҡдим итәбеҙ!

  1. Дәүләтов, Ғ. Нөгөш буйы малайҙары=Мальчики с Нугуша/ Ғ. Дәүләтов/ Пер. на рус. яз. О. Тихомирова.- Өфө: Китап, 2018.- 244 с.: ил.- [12+]

Был йыйынтыҡта авторҙың әҙәби мираҫынан «Нөгөш буйы малайҙары» повесы (башҡорт һәм рус телдәрендә), хикәйәләре, поэмалары, шиғырҙары тәҡдим ителә.

 

  1. Даянова, Т.Б. Ағинәй юлы: хикәйәләр, хикәйәттәр, әкиәттәр, повестар/ Т. Даянова.- Өфө: Китап, 124 бит.-[12+]

Авторҙың халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр әҫәре уҡымлы. Изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек менән мәкер, заман проблемаһы – әхлаҡһыҙлыҡ кеүек мәңгелек темаларҙы әҙибә тормошсан образдар аша бөтә нескәлектәрендә һүрәтләй, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.

 

  1. Ғарипова, Т.Х.  Әҫәрҙәр. II том роман, повесть, хикәйәләр, пьесалар, очерктар һәм мәҡәләләр/ Т. Ғарипова.- Өфө: Китап, – 432 бит.- [16+]

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың был томына «Бөйрәкәй» пенталогияһының икенсе өлөшө, «Ай менән Ҡояш бер генә» повесы, һәм башҡа  пьесалары, хикәйәләре, замандаштары тураһындағы очерктары, мәҡәлә-яҙмалары тупланды.

 

  1. Нуриев, М.Ғ. Быуат ҡанатында: роман/ М. Нуриев.- Өфө: Китап, 2018.- 488 бит.- [16+]

Автор «Быуат ҡанатында» исемле романында йөҙ йылдан ашыу дәүер эсендә халҡыбыҙҙың тарихи яҙмышын, тормошон кәүҙәләндергән бер ниса быуын вәкилдәренең көнкүрешен, әхлаҡи йөҙөн, социаль-иҡтисади хәлен тетрәндергес ваҡиғалар эсендә асып бирә.

 

  1. Харрасов, Ф.Н.  Тауҙарҙа тыуған елдәр: хикәйәләр, нәҫерҙәр/                   Ф. Харрасов.- Өфө: Китап, 2018.- 116 бит.- [16+]

“Тауҙарҙа тыуған елдәр” – Фәиз Харрасовтың икенсе китабы.  Йәш яҙыусы үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Автор үҙенсәлекле, лирик стилдә яҙа, уҡымлы хикәйәләй, поэтик фәлсәфә лә һиҙемләнә.  Әҫәрҙәре заманса тематиканан ғибәрәт, һәр береһе тормоштоң ҡырҡыу проблемаһын күтәреп сыға.

 

  1. Абуталипова, Р. Бесәй быйма эсендә=Котенок в валенке/                         Р. Абуталипова/ Башҡортсанан рус теленә тәржемәселәр: Л.А. Әфләтүнова (Кучина), К. И. Вуколов.- Өфө: Китап, 2018.- 76 бит.- [0+]

«Бесәй быйма эсендә» китабының биттәрендә кескәй уҡыусыларҙы йәнлектәр һәм бөжәктәр иленә мөғжизәле сәйәхәттәр көтә.

 

  1. Игеҙйәнова, Н.З. Һандуғас моңо: хикәйәләр, әкиәттәр, әкиәт-пьесалар/  Н. Игеҙйәнова.- Өфө: Китап, 2018.- 124 бит.- [6+]

Балалар өсөн яҙылған өсөнсө китабында автор халҡыбыҙҙың арҙаҡлы батыр улдары тураһындағы, итәғәтле, уңған аҡыллы малай-ҡыҙҙар хаҡындағы хикәйәләрен, үҙебеҙҙең тормош-көнкүрештән алып яҙылған әкиәттәрен һәм әкиәт-пьесаларын тәҡдим итә.

 

  1. Сурина С. Р. Биҙәктәрҙе кем яһаған?: әкиәттәр /С. Сурина.- Өфө: Китап, 2018.- 76 бит.- [6+]

Әкиәт беҙҙең иң беренсе ихлас дуҫ, офоҡ аръяғына саҡырыусы, билдәһеҙ яҡтарға юл өйрәтеүсе. Әкиәт юлы беҙҙе донъяға алып инеп китә. Ҡай саҡ аҙаштыра, ҡай саҡ яңылыштыра, иллә-мәгәр ул беҙҙе ташламай.

 

  1.      Шафиҡова, Г.М. Йондоҙло хыял: шиғырҙар, тиҙәйткестәр, йомаҡтар/      Г. Шафиҡова.- Өфө: Китап, 2018.-80 бит.- [6+]

Был йыйынтыҡҡа тыуған яҡ, урман-тауҙар, ялан-ҡыр атамаларында яҙылған, сәскә-гөлдәргә арналған шиғырҙан, тиҙәйткестәр, йомаҡтар индрелде.