12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Олоғайыу – үҙе ҙур бәхет

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Юшан” халыҡ инструменталь ансамбле һәм әүҙем китап уҡыусылар өсөн халыҡ-ара ололар көнөнә арналған “Олоғайыу – үҙе ҙур бәхет” исемле әҙәби-музыкаль кисә уҙғарылды.

Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле бер ғүмер миҙгелен кисергән төҫлө, ололарыбыҙ, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлдәрен кисерә, һәм улар шуның менән бәхетле. Оло быуын кешеләренең үҙ ғүмерҙәре дәүерендә күпме осоштар һәм абыныуҙар, осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар, ни хәтле ҡыуаныс һәм күҙ йәштәре түккәне беҙҙең төшкә лә инмәйҙер, бәлки. Шуны белеп тә, беҙ оло быуын кешеләренә һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарарға күнеккәнбеҙ.

Кисә “Клуб сәхнәһе” китабынан алынған, сатирик яҙыусы Радик Исаев әҫәре буйынса төҙөлгән “Үҙең булғас – еткән” исемле сәхнә күренеше менән башланып китте. “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Менәүәрә Бохарбаева замандаштарын байрам уңайынан ихлас ҡотлап сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысов лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән ветерандарыбыҙға “Ғүмер” йырын бүләк итте.

Китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары: хеҙмәт ветераны Айҙар Ҡоҙабаев, Алһыу Юлдашбаева, Милә Бураншина, Мәрфүғә Азаматова, Эльвира Такалова сараға айырым йәм өҫтәне.

Ғүмер буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс табып йәшәүсе, төрлө өлкәләрҙә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе, яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ бер үк һүрелмәһен. “Тормошоғоҙ шатлыҡҡа күмелһен, йәмғиәт хәстәрен һәм иғтибарын, яҡындарығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәгеҙ”, – тигән һүҙҙәр менән тамамланды кисәбеҙ.