12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Халыҡсан рухлы ижад”

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлегендә 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 9 синыф уҡыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһының беренсе халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған “Халыҡсан рухлы ижад” исемле әҙәби кисә ойошторолдо.

Зәйнәб Биишева барлыҡ һәләтен һәм ғүмерен халыҡ бәхетенә, теленә, йәшәйешенә, тормошона арнаған. Яҙыусының һүҙ ынйылары уның ижадында асыҡ сағыла. Унда халҡыбыҙға, телебеҙгә ихтирам тойғоһо ярылып ята, һәр әҫәре юғары рухта, күңел күтәренкелеге менән яҙылған.

Әҙәби кисәлә 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5 “а” класы   “Яҡшы һәм яман”, 6 класс уҡыусыһы Ғайсар Булатов “Ҡыш”, 7-се класс уҡыусыһы Руфина Закирова “Игенсе” шиғырҙарын һөйләп Зәйнәб Биишеваның шиғыр оҫтаһы икәнен иҫбат итте. Ә инде Лира Такалова “Башҡорт теле” шиғырын һөйләп  ишеттергәс оло йөрәкле шәхесебеҙ халҡыбыҙ теленә ошо шиғыры менән телдән һәйкәл ҡуйып, башҡорт халҡының бер халыҡтан да кәм булмауын иҫбат итеүен ишетеү ҙур ҡыуаныс булды.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре “Кәмһетелгәндәр”, “Зөлхизә” әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштереп, әҙибәнең ижадына ҡыҙыҡһыныу уяттылар.

Халыҡ күңелендә үҙ халҡына, теленә, иленә дан йырлағаншағирә, яҙыусы һәм драматург Зәйнәб Биишеваның исеме бер ҡасан да юйылмаҫ, бай ижадына халыҡ ихтирамы һис ҡасан һүрелмәҫ.