Муниципальное автономное учреждение Централизованная библиотечная система муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Шиғриәтем минең күңел сафлығым

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 8 а синыф уҡыусыларына райондашыбыҙ, күренекле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары депутаты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың  ижадына арналған “Шиғриәтем минең күңел сафлығым” тип аталған әҙәби кисә үткәрҙе.

Шиғриәт моңон тойған ҡәләм тирбәтеүселәр… Улар үткер күҙҙәре менән беҙ күрмәгән матурлыҡты, илаһилыҡты күрә белә, уйҙары менән бар ғаләмде урап сығып, хистәр диңгеҙендә тәрәнерәк йөҙә белә, уларҙың күңел донъялары ла байыраҡ, хис-тойғолары ла сафыраҡ, уй-фекерҙәре ҡәләм осонда, күңел матурлыҡтары − тел осонда.

Нескә күңелле, хискә бай, матур уй-фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп, ҡәләм тирбәтеүсе һәләтле шағирәбеҙҙең әҫәрҙәре халыҡсанлығы, наҙлылығы  менән халҡыбыҙ күңеленә үтеп инә.

Әҙәби кисә Йомабикә Ильсованың нурлы ла, ҡөҙрәтле лә, ерлекле лә шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Уҡыусылар шағирәнең тыуған-төйәккә арналған шиғырҙарын илһамланып уҡыны. Сара   ваҡытында экранда юбилярҙың тормошо һәм ижады тураһына слайдтар күрһәтелде.

Уҡыусылар “Шағирәнең ижад йәйғоро” китап күргәҙмәһе менән танышҡандан һуң Йомабикә Ильясованың ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

 

Лира Такалова.