12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ал да нур сәс, халҡыңа!

Халҡыбыҙҙың рух ҡеүәһен туплаған, замана менән йәнәш атлаған, мәғлүмәт сығанағы булған милли матбуғат баҫмаларына бай беҙҙең республикабыҙ. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Ағиҙел” кеүек журналдар һәм гәзиттәр һәр кемебеҙгә яҡшы таныш.

Иң үткер фекерҙәр менән сығыш яһаусы, милләтте берләштереүсе, ғәҙеллекте ҡыйыу яҡлаусы, халыҡ мәнфәғәтен яҡтыртыусы  «Киске Өфө» гәзитенә 15 йыл тулыу айҡанлы  үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге китапхананың әүҙем уҡыусыларына һәм ағинәйҙәр өсөн “Ал да нур сәс, халҡыңа!” тип аталған  кисә уҙғарҙы.

Рухиәтебеҙҙе, милли сәнғәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға ярҙам иткән “Киске Өфө” аңлайышлы, боронғо йырҙарыбыҙ кеүек моңло, күңелебеҙгә яҡын. Темаларҙы елегенә үткәреп аса белеүе һоҡландыра гәзиттең, башҡорттар араһында күренекле шәхестәр, бигерәк тә йәштәр менән әңгәмәләр, урта биттәрҙә баҫылған  “Диалог”, “Монолог”, “Түңәрәк ҡор”, “Тарихи хәтер”, “Аҙна шаңдауы”, “Ишара” рубрикалары аңлайышлы, йөкмәткеле.

Был йәш милли баҫмабыҙ халыҡ аңын күтәреү, әҙәп-әхләҡ, динебеҙҙе тергеҙеү, йәмғиәт рухын нығытыу өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ эштәр башҡара. Гәзиттә ниндәй генә тармаҡтар буйынса мәғлүмәт бирелмәһен, уларҙың һәр ҡайһыһында уҡыусы иғтибарын йәлеп иткән ҡыҙыҡлы фекерҙәр, файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ һығымталар табып була.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре гәзит биттәрендә сыҡҡан рубрикалар менән таныштырҙы, ә уны алдырған уҡыусыларыбыҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Киске Өфө” баҫмаһын уҡыу рухыбыҙға илһам бирә, аңыбыҙҙы байыта, бигерәк тә башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, милләтебеҙҙең яҙмышы менән туранан-тура бәйле мәҡәләләре һәр беребеҙ өсөн фәһемле тинеләр.

Кисәнең һуңында Балдыбаева Әнисә Әсҡәт ҡыҙы “Әсәйемә” йырын башҡарып күңелебеҙҙе күтәрҙе. Уҡыусыларыбыҙ гәзитебеҙҙең “Мосолман әҙәбе”, “Халыҡ дауаһы”, “Белмәһәң – бел!” рубрикаларынан төҙөлгән “Заманға ауаздаш” йыйынтығын алып ҡыуанды.