12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Шиғриәт көмбәҙендә нурлы ла, моңло ла, йырлы ла йондоҙҙар”

Кешелектең йәшәү дәүерендә кешеләрҙең күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө тормошта юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреү маҡсатында билдәле шағирә, филология фәндәре кандидаты, Шайехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм йәш шағирә,  Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Халыҡ-ара Кайгусуз Абдал исемендәге шиғриәт конкурсы лауреаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова менән район мәҙәниәт йортонда “Шиғриәт көмбәҙендә нурлы ла, моңло ла, йырлы ла йондоҙҙар” исемле осрашыу кисәһе ойошторолдо.

Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәрҙән кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Шулай күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләй.  Шағирәләребеҙҙең бер шәлкем шиғырҙарын тыңлап, ләззәт тойғоһона сумып, илһам, дәрт алдыҡ.

Гөлназ Ҡотоева һәм Гөлнара Хәлфетдинованың ижади тормошо, эш даирәһе бергә үрелеп бара. Сөнки әҙибәләребеҙҙең икеһе лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яратҡан  “Башҡортостан ҡыҙы” журналы аша күңелебеҙгә ял бирә, рухыбыҙҙы байыта, сәмләндерә, дәртләндерә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бәхетле булыу серҙәренә өйрәтә, файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла мәғлүмәттәр бирә.

Осрашыу ваҡытында журналыбыҙға яҙылыусыларға  бүләк отоу уйыны ҙур күтәренкелек менән үтте.

Бал ҡорттары сәскәнән бал йыйһа, ҡатын-ҡыҙҙың ҡулдары донъяһын гөл итә. Беҙҙең “Башҡортостан ҡыҙы” журналы – һәр өйҙөң йәме, ғаиләнең ҡото. Муницапаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина: “Халҡыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләүҙә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә төс өлөш индергән баҫмабыҙҙың  тиражын арттырыуҙа әүҙем булырға” саҡырҙы.

 

Рәмилә Файзуллина, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире

Аҡъяр ауылы