«Аулаҡ өй» исемле фольклор байрамы
17 ноябрь Ивановка ауылы китапханаһында «Аулаҡ өй» исемле фольклор байрамы үтте.
Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған, Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә үткәрелде.
Байрамды китапхана хеҙмәткәре Бикбова Алина Рәүф ҡыҙы асты. Сара башында ул китапхана күргәҙмәһе менән таныштырып үтте.
Артабан ағинәйҙәр матур йолаларҙың береһе «Аулаҡ өй» йолаһын күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән кистәрен йыйылып, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратҡан. Ә йыйылғанда гел таҡмаҡтар, йырҙар йырлағандар, уйындар уйнағандар. Бөгөнгө кисәбеҙҙә ағинәйҙәр үҙҙәренең милли кейемдәрен кейеп, милли биҙәүестәрен тағып, ҡул эштәрен тотоп килгәйнеләр. Сара барышында боронғо замандарҙа булған ғөрөф-ғәҙәттәр, йырҙар, бейеүҙәр, шулай уҡ онотола барған халыҡ уйындары «Йөҙөк һалыу», «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйындарын иҫкә төшөрҙөләр. Ағинәйҙәр башҡарыуында йырлы-бейеүле «Наза» уйыны ла, наказдар үтәү ҙә, таҡмаҡ әйтешеү ҙә бөтөнләй яңыса төҫ алып, шундай йәнле, дәртле килеп сыҡты.
Сараға Әхмәтшина Фәүзиә Ғимат ҡыҙы үҙенең зауыҡлы, матур ҡул эштәре күргәҙмәһен, төрлө милләт кейемдәге, матур ҡурсаҡтарын алып килде.
Ауылдаштарҙы осраштырып күрештергән сара һәр кемдең күңелендә бик матур, иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырып, үтеп китте.