12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын» фольклор байрамы

12 ноябрь Атингән ауыл китапханаһында «Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын» исемле фольклор байрамы үтте.

Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған, Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә үткәрелде.

Байрамға халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын, уңғанлығын, ҡунаҡсыллығын сағылдырған, боронғо йолаларҙы һаҡлау һәм ихтирам итеү маҡсатында Атингән (етәксеһе Ф.Ф. Азаматова), Әбүбәкер (етәксеһе Ә.Ғ. Ультракова), Йәнтеш (етәксеһе Ф.С. Арсланова) ауылдары ағинәйҙәре йыйылды.

Фольклор байрамын асып, китапхана хеҙмәткәре Банат Әхмәҙеева самауырҙың тарихы һәм «Матур ғаилә — ил ҡото. Тепло дружной семьи» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Артабан ағинәйҙәр самауырға арналған таҡмаҡтар йырланылар, шиғырҙар уҡынылар һәм «Серле самауыр» бәйгеһендә йомаҡтар ҡойҙолар. Байрамда ҡатнашыусы һәр кем аманат булып быуындан быуынға ҡәҙерле ҡомартҡы, бүләк булып тапшырылып килгән самауырҙарына ҡағылышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Самауыр менән бәйле төрлө матур йолаларыбыҙ бар: яҙ етеү менән «Кәкүк сәйе»нә сыҡҡандар, ғаиләгә ҡот, ырыҫ алып килгән «Бәпәй сәйе»нә йыйылғандар, «Килен сәйе» үткәрелгән, «Йома сәйе»нә саҡырышҡандар. Атингән ағинәйҙәре башҡорт халҡының бик матур йолаларының береһе — «Бәпес күреү» йолаһын күрһәтһә, Әбүбәкер ағинәйҙәре — «Киске уйын», Йәнтеш ағинәйҙәре «Бәпес сәйе»н сәхнәләштерҙеләр. Ағинәйҙәрҙең ихласлығы, яғымлы йөҙҙәре, йылы аралашыуҙары менән сәхнәлә самауыр менән бейеү дауам итте.

Самауыр янындағы байрам халыҡ хәтеренең тәрән, белемле һәм бай икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Хәйер, самауырҙың ҡәҙере бөгөнгө көндә лә бар, һәм уға әле булһа ла дан йырлайҙар.

Ағинәйҙәр тәмле самауырлы сәй табыны артында моңло йырҙар тыңлап, рухи байлыҡ туплап, күркәм осрашыуҙар тағы ла булып торһон, киләсәк быуынға ошондай боронғо йолаларҙы тергеҙеү һәм күрһәтеү маҡсатында таралыштылар. Район мәҙәниәт йорто баянисы Ғәлимйән Ультраков байрамды музыкаль яҡтан биҙәп, моңло гармун тауыштарына күмде.

Өҫтәл түрендә ултырған самауырҙар һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындар сылбыры өҙөлмәһен!