«Шағир, журналист һәм тәржемәсе» исемле әҙәби сара
6 февраль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре 1- се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 9а класс уҡыусылары өсөн рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Аллабирҙе Ҡотоева ҡыҙы менән берлектә, Төхфәт Мораттың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Шағир, журналист һәм тәржемәсе» исемле әҙәби сара үткәрҙе.
Шағир, журналист һәм тәржемәсе Төхфәт Фәттәхетдин улы Моратов Йылайыр районы Ишембәт ауылында тыуған, әммә әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшө Хәйбулла районына бәйле. Ул 1936-1941 йылдарҙа Хәйбулла районында мәғариф бүлеге инспекторы, профсоюздың район комитете рәйесе, әсә теле уҡытыусыларының секция етәксеһе була. Аҡъяр, Әбеш мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәренән уҡыта, Аҡъярҙа әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә, драма түңәрәге, йыр, бейеү һәм ҡурайсылар бәйгеләре, район газетаһында әҙәби биттәр ойоштороуҙа ҡатнаша.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумында белем алғанда, билдәле яҙыусылар Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Гәйнан Хәйри, Зәйнәб Биишевалар менән бер курста уҡый һәм улар менән бер осорҙа яҙыша башлай. Беренсе шиғырҙары гәзит-журнал биттәрендә 1925 йылда баҫылып сыға, әҫәрҙәренең үҙәгендә хәсрәтле тормошта үткән бала саҡ, тыуған яҡ тәбиғәте, тәүге мөхәббәт, йәшлек хыялдары темаларынан тора.
Әҙәбиәткә ғашиҡ булған,башҡорт телен үҫтереүгә мөккибән бирелеп эшләп йөрөгән шағир һәм фольклорсы Төхвәт Морат, районыбыҙҙың иң аҫыл ир-егеттәре тыуған-ерен фашистарҙан һаҡлар өсөн яуға күтәрелгәндә, ул да 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Төхфәт Фәттәхетдин улы 17-се уҡсылар бригадаһында элемтәсе-телефонист, элемтә отделениеһы командиры, 1943 йылдан 16–сы Литва уҡсылар дивизияһының составындағы 224-се артиллерия полкы орудие командиры сифатында, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Ауыр фронт шарттары яугир шағирға илһамланып ижад итергә ҡамасауламай, ҡаты алыштар тынып торған арала, патриотик рух менән һуғарылған шиғырҙар һәм поэмалар ижад итә. Яугир-шағирға Бөйөк Еңеү тантанаһын күрергә насип булмай, 1944 йылдың 24 декабрендә Латвияны азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була.
Сараны дауам итеп Зөһрә Аллабирҙе ҡыҙы Ҡотоева Моратовтар тоҡомонан әсәһе яғынан бер тармаҡтан, уҡытыусылар династияһынан булыуын Моратовтарҙың генеалогик ағасын төҙөп, педагогик династия тураһында, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы педагогик династияһы» республика конкурсында ҡатнашып, эштәре юғары кимәлдә баһаланыуын, йомғаҡлау турына үтеп 2-се урын алыуы тураһында ентекле һөйләп үтте.
Яҡын арала,Йылайыр районында Төхфәт Фәттәхетдин улы Моратовтың хәтер кисәһе үткәрелеүен, ә инде уҡыусыларға һәм шулай уҡ һәр кем дә үҙенең шәжәрәһен ентекле, төплө итеп өйрәнеүен теләне.
Әҙәби сарала уҡыусылар тәүгеләрҙән булып башҡорт теленең аңлатма һүҙлеген төҙөүсе әҙиптең тормош юлы, ижады менән танышып, «Аҡ аманат — һалдат хаттары. Письма огненных лет» китабында фронттан ҡыҙҙарына, тыуғандарына яҙған хаттары менән таныштылар. «Йөрәктәрҙә ҡалыр еңеү көнө. Этот день победы» китабынан «Хуш бул», «Дәһшәтле йылдар шаңдауы» йыйынтығынан «Шулай булыр!» шиғырҙарын тыңланылар. Ошондай тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле шиғырҙары әлбиттә рух күтәренкелеге, тыуған илебеҙгә, еребеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Төхфәт Мораттың ижады беҙҙең өсөн мәңгегә көс, ихтыяр символы һәм ҡаҡшамаҫ булып иҫтә ҡаласаҡ.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина