«Ил ныҡлығы — берҙәмлектә» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә 2026 йыл Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылы иғлан ителеүенә ҡарата «Ил ныҡлығы – берҙәмлектә» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән уникаль мираҫы булған илдә йәшәүебеҙ менән бәхетле. Халыҡтар берҙәмлеге йылы — төрлө милләт вәкилдәренең берләшеүе, бер үк тарих бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, излелек кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.
Күп милләтле Башҡортостан булараҡ, беҙ татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө. Башҡортостандың төп байлығы – уның халҡы. Республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Башҡортостан етәкселеге тарафынан төбәктә йәшәгән этностарҙың милли үҙаңын тергеҙеү, мәҙәни йолаларын, телдәрен һаҡлау маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. Бөтәһенең дә мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар бар – милли телдәрҙә гәзит-журналдар сыға, китаптар баҫыла, радио, телевидение тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Ошондай мөнәсәбәт берҙәмлек нигеҙе булып тора. Тарих төпкөлөнән бөгөнгәсә Рәсәй иленә бәлә килгәндә барлыҡ милләттәр Ватаныбыҙҙы яҡлап сыҡҡан. Был үҙе үк берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазинабыҙ.
«Ил ныҡлығы – берҙәмлектә» китап күргәҙмәһенә ҡуйылған: «Народы Республики Башкортостан» китабында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы тураһында, «Народы Башкортостана» китап биттәрендә тарихи этнографик очерктар, «Единый путь, единая судьба» китабында Башҡортостандың боронғо быуаттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге юлының яҡтыртылыуы тураһында. Башҡортостандың иҡтисады, мәҙәниәте, сәйәсәте, тарихы, күренекле шәхестәрҙең данлы эштәре, мөһабәт тәбиғәтенең матурлығы журналистарҙың, яҙыусыларҙың очерктарында, ғалимдарҙың мәҡәләләрендә һәм шағирҙарҙың шиғырҙарындағы сағылыштары менән шулай уҡ «Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Мы дружбой сильны» һәм башҡа китаптар аша дуҫлыҡ, берҙәмлек, мәҙәни тормош, йолалар хаҡында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.