Әҙәби кисә «Факиһа Туғыҙбаева – илһам сығанағы»
10 ноябрь балалар моделле китапханаһы үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 3-сө һанлы полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле прозаик Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Факиһа Туғыҙбаева – илһам сығанағы» исемле әҙәби кисә үткәрҙе.
Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙибә. Үҙенең әҫәрҙәрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙы туған халҡына, тыуған иленә сикһеҙ тоғролоҡ һәм эскерһеҙ һөйөү тойғоһон сағылдыра. Уҡыусылар арҙаҡлы әҙибәнең тормош юлы һәм ижады менән таныштылар. Бала саҡ хәтирәләрен тыңланылар. Артабан әҙибәнең тиҙәйткестәрен әйттеләр, йомаҡтарын систеләр, «Хәрефтәр аҙашҡан» һүҙ уйыны уйнанылар. Сара аҙағында әҙибәнең тормош һәм ижади юлы тураһында һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Бөгөн беҙ Факиһа Туғыҙбаева – башҡорт шиғриәтенең бөгөнгө йөҙөн билдәләгән, уның һәлмәк шиғриәт йөгөн тартып барыусы шағирә булғанына төшөндөк. Шағирәнең ижады – яратҡан уҡыусылары өсөн – ҙур бүләк.