«Герой булып тыумайҙар, герой булып китәләр. Беҙҙең менән бергә йәшәгән геройҙар» исемле тематик сара
6 ноябрь Атингән ауылы китапханаһында «Герой булып тыумайҙар, герой булып китәләр. Беҙҙең менән бергә йәшәгән геройҙар» исемле тематик сара булып үтте.
Был сара Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында үткәрелеп килгән «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурс сиктәрендә ойошторолдо.
Был сараға иң хөрмәтле ҡунаҡтар булып илебеҙҙе һаҡлап йөрөгән егеттәребеҙҙең ата-әсәләре һәм ауыр яраланып, махсус хәрби операциянан ҡайтыусы «Сем» позывнойлы ветеран–геройыбыҙ саҡырылды.
2025 йыл – Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Башҡортостанда Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылы тип иғлан ителде.
Ошо йылға ҡарата китапханала күп саралар үткәрелде:уҡыусы балалар менән хаттар яҙҙыҡ, ауылыбыҙҙың егәрле апайҙары менән посылкалар йыйып оҙаттыҡ.
Кисәлә илебеҙ тыныслығы өсөн үҙ өлөшөн индергән «Сем» позывнойлы яугир ветераныбыҙ сарала ҡатнашыусылар биргән һорауҙарға төпле, аныҡ итеп яуап бирҙе.
Артабан батыр яугирҙәребеҙҙең ата-әсәләренә һүҙ бирелде, улдары менән ғорурланыуҙары, хәрби наградалары тураһындә һөйләп үттеләр.
Һуғышта хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәребеҙҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Батыр яҡташтарыбыҙҙың яҡындарына, әсәләренә, ҡатындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Тыуған ил именлеге өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән ҡаһарман яугирҙәребеҙҙең исеме мәңге онотолмаҫ! Улар киләсәк быуындар өсөн батырҙар өлгөһө. Тыуған илебеҙҙең геройҙары.
Кисәлә ҡатнашыусыларға Йәнтеш ауыл мәҙәниәтендә эшләп килгән «Изгелек» ир-егеттәр клубы ағзалары (етәксеһе Лена Фуат ҡыҙы) дронға ҡаршы пәрҙә үреү оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Китапханасы «Көслө рухлылыр. Сильные духом» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып, буклеттар таратып сыҡты.
Сара бик йылы, әүҙем аралашыу менән үрелеп барҙы.