«Исеме ҡурай моңдарында» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Ҡурай көнө билдәләнеү көнөнә ҡарата профессиональ ҡурай сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, билдәле яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм ижадына арналған «Исеме ҡурай моңдарында» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ҡурай… ябай ғына уйын ҡоралы, ә күпме сер һаҡлай ул үҙендә. Ҡурай моңо – беҙҙең рухи донъябыҙҙың ысын – ысынында бөйөк һәм сағыу бер күренеше, милләтебеҙҙең мәңгелек хазинаһы.
Иҫәнбаев Йомабай Мотиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә Башҡортостандың хәҙерге Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылында түңгәүер ырыуы башҡорто ғаиләһендә тыуған. Йәштән үк зирәк, отҡор Йомабай йыр ярата, йыраусыларҙың йыр-көй тарихын һөйләүҙәрен бирелеп тыңлай. 17 йәшендә үк ул йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн ҡурайҙа иркен уйнай белгән. Йомабай Иҫәнбаев башҡарыу оҫталығы, сағыу һәм яҡты таланты менән замандаштарын таң ҡалдырыр булған, халыҡ ҡурайсыһының репертуарында бөтәһе йөҙҙә илле көй булғанлығы тураһында мәғлүмәттәр һаҡлана. Яҡташыбыҙ сит ил сәхнәләрендә — Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәттебеҙҙе күрһәтеп, дан яулаған арҙаҡлы шәхес
Бөйөк ҡурайсының ҡатмарлы тормош юлы һәм илһамлы ижады — айырым бер китап темаһы. Ауыр һәм болғауыр заманаларҙа йәшәп, бик күп һынауҙар аша үтергә тура килгән уға. 1929 йылда, бер төркөм ауыл кешеләре менән Таналыҡ йылғаһы буйында яңы ауылға ойошоп, колхоз төҙөйҙәр. Уны, донъя күргән, алдынғы ҡарашлы коммунисты, «Һарыкүл», Түбәнге Смаҡ колхозының рәйесе итеп һайлайҙар. Һуңғараҡ сельпола, колхозда ревизор вазифаһын башҡара. Өфөгә лә юлы йыш төшә. Йылына бер-ике мәртәбә төрлө концерттарҙа ҡатнашыу форсаты тыуа. 1936-1937 йылдар тирәһендә ауылдар буйлап йөрөп, ҡурайсылар йыйырға тотона. 1940 йылда уны, нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Ошо китеүҙән һуң уға тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға насип булмай, иң һуңғы хәбәр — 1941 йылда Ульяновск ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китеп барыуы тураһында була, ә инде 1943 йылда яу яланында һәләк булып ҡала…
Мәшһүр ҡурайсыбыҙҙы данлап тыуған ауылында һәм район үҙәге Аҡъярҙа Йомабай Иҫәнбаев көндәре үткәрелә.1991 йылда Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенә ҡурайсының исеме бирелде. Уның исеме менән Аҡъяр ауылында урам аталған. 2000 йылда Хәйбулла районының Өфө ауылында Йомабай Иҫәнбаев музейы булдырылды. 2011 йылда Аҡъярҙа Йомабай Иҫәнбаевҡа стела асылды. 2024 йылдың 17 авгусында Аҡъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды. Ул ер йөҙөндәге ҡурайсыға ҡуйылған тәүге һәйкәл булараҡ та әһәмиәтле. Бөйөк ҡурайсының һыны Мәҙәниәт һәм ял паркында урын алды.
Уралды Урал иткән – Ҡурай. Ә Ҡурайҙы Ҡурай иткән – Ҡурайсылар. Ҡурай йылъяҙмаһына юйылмаҫ юлдар яҙған Йомабай ҡурайсы башҡорт халҡының күңелендә мәңгелек урын алған. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ҡурай моңо мәңге йәшәһен.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина