12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ҡурай моңо — халҡым тарихында» әҙәби- музыкаль сара

              Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 8 класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова), Башҡорт ҡурайы көнөнә  ҡарата    «Ҡурай моңо — халҡым тарихында»  исемле  әҙәби- музыкаль  сара үткәрелде.

Ҡурай-башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло аманат. Ул элек-электән башҡорт халҡының һағышын да, шатлығын да, ҡайғыһын да, данлы еңеүен дә көйләгән.Ҡурай моңо – беҙҙең рухи донъябыҙҙың ысын – ысынында бөйөк һәм сағыу бер күренеше, милләтебеҙҙең мәңгелек хазинаһы.

Әҙәби- музыкаль  сара ла рухыбыҙға көс биреүсе – башҡорт халҡының иң билдәле йыры, йыйындарҙың рәсми өлөшө алдынан тантаналы башҡарылған башҡорт халҡының гимны  «Урал» көйө башҡарылды һәм йырҙың яҙылыу тарихын тыңланылар.

Уҡыусылар,   башҡорт халҡының төп музыка ҡоралы ҡурайҙың барлыҡҡа килеү тарихы  тураһында риүәйәт тыңланылар. Районыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсылары  Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, Парижда сығыш яhап, ҡурай моңон  бөтә донъяға танытҡан  Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаевтың , «Халыҡ музыка ҡоралы — ҡурай эшләү оҫтаһы» Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың һәм заман талабына ярашлы  үҙе уйлап сығарған алымдар менән «Ишҡурай»  авторы Ишморат Ҡәйүм улы  Илбәковтың   музыка өлкәһендә ҙур уңышлыҡтары, ҡаҙаныштары менән танышып үттеләр.

Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына, халыҡ көйҙәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән, балаларға ҡурай дәресе биргән Рифат  Саҙиҡ улы Кускильдин  «Ҡара ат»  һәм Хәйҙәр Фазылъян улы Илъясов  «Һыр»  көйҙәрен уйнап ишеттерҙеләр, тарихын һөйләнеләр һәм теләге булған уҡыусыларға  ҡурай уйнау  серҙәренә төшөндөрөп, дөрөҫ йүнәлеш бирҙеләр.

Уҡыусыларҙың ҡурай моңон ихлас күңелдән тыңлауҙарына ҡарап,  киләсәктә районда ҡурайҙың киләсәгенең өмөтлө   булыуы ҡыуандырҙы.

Әҙәби сара, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Йомабай ҡурайы» исемле шиғыры менән тамамланды.

Мәңге йәшәр ҡурай,

Ул- үлемһеҙ:

Ул башҡорттоң йәшәй аңында,

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..

 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина