12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сәғәт «Милли кейем – рух һаҡсыһы»

Милли кейем көнө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2020 йылдан рәсми билдәләнә. Был датаның төп маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү тора.

16 апрель 3-сө һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары өсөн милли кейем көнөнә арналған «Милли кейем – рух һаҡсыһы» исемле әҙәби сәғәт үтте. Уҡыусылар сағыу биҙәкле милли кейемдә сығыш яһаусы, район китапханаһының башҡорт тел әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленең сығышының видеояҙмаһын ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

Халҡыбыҙҙың тарихын, милли мираҫын, мәҙәниәтен, ауыҙ – тел ижадын, фольклор, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен беҙҙең көнгә тиклем һаҡлап еткереүселәр бар. Шуларҙың береһе — милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе, өйрәнеүсе, ҡыҙыҡһыныусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эштәре менән танышып үттек.

Был йәһәттән Нәфиә Шәйәхмәт ҡыҙы Кәипова бөтә күңелен һәм оҫталығын һалып теккән күлдәктәре фотокүргәҙмәһе уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Ғаиләһенең бөтә ағзаһына ла милли кейем теккән ул. Китапханасы һәр бер милли кейеме тураһында аңлатып, таныштырып, уларҙың тегелеше, биҙәктең мәғәнәһе тураһында балаларға бик тәфсирләп, ябай итеп аңлатып үтте.

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.

Сара аҙағында уҡыусыларға Шитова  А.С., Камалиева А.С «Башкирский костюм», һәм С.Н. Шитованың «Башкирская народная одежда» китаптарына байҡау яһалды. Тематик сара сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте.

 

Үҙәк район китапхана хеҙмәткәре  З. Исәкәева