12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Һуғыш яралаған бала саҡ» осрашыу кисәһе. Вечер-встреча «Дети войны – дети без детства»

Юлбарыҫ ауылы китапханаһында «Һуғыш яралаған бала саҡ» исемле матур осрашыу кисәһе үтте.
Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Дәһшәтле йылдар тарих биттәрендә урын алһа ла, уның әселеге «һуғыш осоро балалары»ның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Ғәмһеҙ генә уйнап, ата-әсәләренә иркәләнеп кенә үҫер саҡтарында улар иңдәренә хәҙерге ололар ҙа күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар төшкән… Юлбарыҫ ауылында улар бишәү генә. Бөгөнгө кисәгә Исламғолова Фәриҙә Исмәғил ҡыҙы (89 йәш), Байғужина Мәрйәм Юныс ҡыҙы (87 йәш), Вахитов Әмир Исмәғил улы (84 йәш), Өмөтбаев Килдебай Шәрифулла улы (83 йәш), Аҡҡужина Рәшиҙә Төхвәт ҡыҙы (80) саҡырылды. Инде хәҙер оло йәштә булған олатай-өләсәйҙәр ауыр һуғыш йылдарын хәтерләп иҫкә алдылар, үҙҙәренең күңел төбөндәге мәңге онотолмаҫ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Һуғыш башланғанда улар бәләкәй генә балалар булып ҡалыуҙары, тылдағы ауыр тормошто күреп, аслы-туҡлы булһалар ҙа ауырлыҡҡа бирешмәй, ололар менән бер рәттән Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн тырышыуҙары тураһында һөйләнеләр. Китапханасы Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары һөйләй», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары – тарих яралары» исемле китаптары, уларҙың яҙылыу тарихы менән таныштырҙы, ветерандарыбыҙға бүләк-күстәнәстәр тапшырҙы. Һуғыш осоронда күргән ауырлыҡтары тураһында хәтерләгәндә ветерандарыбыҙҙың күңелдәре тулып, күҙҙәренә йәш тләнеп, тауыштары ҡалтырап китеүе генә уларҙың ниндәй михнәттәр аша үтеүҙәрен аңларға була.
Мәртәбәле сара илһөйәрлек темаһына арналған мәғәнәле шығырҙар, йырҙар менән үрелеп барҙы.
Матурлығы өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған!
Исемдәрен тарих беҙгә үҙе
Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.

 

В рамках районного конкурса имиджевых мероприятий среди общедоступных библиотек МАУ ЦБС Хайбуллинского района Республики Башкортостан «Пусть знают и помнят потомки!», посвященного Году защитника Отечества в Российской Федерации, Году поддержки участников специальной военной операции и членов их семей в Республике Башкортостан и 95-летию со дня образования Хайбуллинского района Республики Башкортостан 16 апреля в Юлбарсовской сельской библиотеке было проведено мероприятие под названием «Дети войны – дети без детства».

У детей войны разные судьбы, но всех их объединяет общая трагедия, невосполнимая потеря прекрасного мира детства. Сегодня они последние свидетели тех трагических дней.
На мероприятии в качестве почетного гостя присутствовали жители деревни Юлбарсово: Исламгулова Фарида Исмагиловна (89 лет), Байгужина Марьям Юнысовна (87 лет), Вахитов Амир Исмагилович (84 года), Умутбаев Килдебай Шарифуллович (83 года), Аккужина Рашида Тухватовна (80 лет), которым ребенком пришлось пережить все ужасы войны. Несмотря на трудности, возраст и состояние здоровья, они нашли возможность прийти на мероприятие. Также на вечер-встречу были приглашены матери и жёны участников специальной военной операции.
Гости мероприятия поделились своими воспоминаниями детства, о суровых годах войны. Дети войны рассказывали о том, как мечтали вволю наесться хлеба, радовались кусочку жмыха, лепешке из картофельных очистков, а все присутствующие сопереживали им, слушая о их  трудном, голодном, военном детстве.
Вниманию присутствующих был представлен альбом «Дети войны», где размещены фотографии и короткие рассказы – воспоминания детей войны 1941-1945 гг.. Мероприятие сопровождала книжная выставка «Һуғыш хәтирәһе – китаптарҙа». Библиотекарь познакомила книгами Зухры Кутлугильдиной о детях войны. Был подготовлен видеоролик «Һуғыш михнәттәрен күргән балалар…»