12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Тәбиғәт. Экология. Кеше» китап күргәҙмәһе

15 апрелдә бөтә донъя экологик белем көнө билдәләнә, ул беҙгә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеген, планета ресурстарын һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Тәбиғәт. Экология. Кеше» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Китап күргәҙмәһендә мәҙәниәтте күтәреүгә һәм тәбиғәт, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы, тирә-яҡ мөхиттең экологик торошо тураһында белемде киңәйтеүгә булышлыҡ иткән китаптар тәҡдим ителә. Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның йыйынтығына ингән һәр бер әҫәр — «Зиләйлүк», «Бәхетең үҙең менән», «Вәрәҙекүл аҡсарлағы», «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш», «Ырыҫлытау ыласыны» повестарын экология, илһөйәрлек темаһы берләштерә. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, мөхәббәт «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» повесының сюжетына һалынған. Ноғман Мусиндың «Мәңгелек урман» китабы бер нисә быуын уҡыусыларға таныш, улар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла тәбиғәттең матурлығын күрергә, уны яратырға һәм һаҡларға, ғәҙәти булмаған әйберҙәрҙе күрергә, иғтибарлы булырға өйрәтә. Миркин Ю. Н., Наумов Л. Г. «Экология Башкортостана» дәреслегендә Башҡортостандың экологик проблемалары тураһында бай мәғлүмәттәр тупланған һәм башҡа яҙыусыларҙың китаптары, журналдар урын алған.

Ил төкөрһә – күл була, ти халыҡ мәҡәле. Бергәләп тирә-яғыбыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ. Шуны онотмайыҡ: Башҡортостан – күп милләтле республика, бер-беребеҙгә һәм тәбиғәтебеҙгә мәрхәмәтле булғанда ғына ул заман афәттәренә бирешмәҫ, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыр.