12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Йәнтөйәген нурлаусы» әҙәби-музыкаль кисә

9 апрель Район мәҙәниәт йортонда  күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар  союздары ағзаһы,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры,  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың  күркәм юбилейына арналған «Йәнтөйәген нурлаусы»  исемле  әҙәби-музыкаль кисә үтте. Мәртәбәле  кисәлә яҙыусының ҡәләмдәштәре, фекерҙәш дуҫтары, яҡташтары, туғандары ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатова тос фекерле, халҡыбыҙҙың ҡатмарлы яҙмышын сағылдырған, уҡымлы әҫәрҙәре менән  әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киң билдәлелек яулаған талантлы яҙыусы ул.  Уның ижады үҙе бер мауыҡтырғыс, тылсымлы донъя, заман, тормош, йәшәйеш һәм ғүмер асылы менән берҙәй үрелеп бара. Халыҡсан бай тел менән яҙылған күп кенә хикәйәләре сит телдәргә лә тәржемә ителгән.

Абруйлы яҡташ яҙыусыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлап, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Шәрипов Рөстәм Динислам улы изге теләктәрен еткерҙе.

Артабан һүҙҙе ғалим, әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев, шағирә, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә, журналист, шағирә,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә Ҡотлогилдина, «Башҡортостан» дәүләт телерадио компанияһының нәфис программалар бүлеге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәйсә Ҡазбулатова, ғалимә, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Мәжит Ғәфуриҙың мемориаль йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова, Сибай ҡалаһының гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Әлнисә Кәримовалар алды. Ҡәләмдәштәре, фекерҙәш дуҫтары Фәрзәнә Аҡбулатованың ижады Республикала ғына түгел, донъя кимәлендә киң танылыу яулағанын, фәһемле һәм рухлы әҫәрҙәре менән халҡына яҡын икәнен билдәләп үттеләр.

Фәрзәнә Аҡбулатованың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  ата-әсәләре урынына ҡалып, кесе туғандарына ярҙам итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырышҡан апайҙарға бағышланған  «Ут эсендә — усаҡ» хикәйәһенән сәхнәләштерелгән өҙөк берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Кисәлә Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы тураһында һөйләне һәм  «Ағиҙел» журналының 3-сө һанында баҫылған, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған, тормош ысынбарлығына таянып  яҙылған  «Ҡапҡа шығырлауы» хикәйәһен  уҡып сығырға тәҡдим итте. Яҙыусы  үҙенең ижады аша йәш быуында тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү, китап уҡыуҙы  күбәйтеү нийәтен   тамашасыларға  еткерҙе.

Әҙәби-музыкаль кисә район мәҙәниәт йорто  артистарының сығыштары менән үрелеп барҙы. Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторған «Ижадында илһөйәрлек рухы», «Тормош биттәрен барлап» исемле күргәҙмәләре Фәрзәнә Аҡбулатованың тормош  һәм ижад юлы менән төплө таныштырҙы.

Тыуған еребеҙгә  ҡарата оло һөйөү йөрөткән билдәле яҙыусыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың илһам ҡанаттары юғары бейеклектә осһон, ижад ҡомары тик йәйғор нурҙарына сорналһын, ҡәләме осло булһын, милләтебеҙҙе мул ижади емештәре менән ҡыуандырып торһон!

 

Зилиә Исәкәева, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.