12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Күмәкләгән – яу ҡайтарған»

Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә, йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итеү маҡсатында башҡарылған эштәр һәр көн әүҙемлемләшә бара.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡын берләштереп, иңде-иңгә терәп яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға, ярҙам итеү мөһимлеген иҫәпкә алып, Федоровка ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән, егеттәрҙең һаулығын һаҡлап ҡалыуға ярҙамсы беләҙектәр эшләү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр. Беләҙекте үреү техникаһы күп ваҡыт талап итеүенә ҡарамаҫтан һәр кем ихлас күңелдән эшләү серҙәренә төшөндө.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ауыр минуттарҙа бергә булыу, бер-береңә ярҙам итеү кәрәклеген һәр кем күҙ уңында тота. Бөгөн ҡулына ҡорал алып илде һаҡларға баҫҡан егеттәргә генә түгел, тылдағыларға ла берҙәмлек, рух ныҡлығы мөһим. Ошондай хәстәрлекле, ярҙамсыл, изге күңелле кешеләрҙең ярҙамы Еңеүгә ышанысты арттыра.

 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Рәмилә Файзуллина.