«Быуындар хәтере» яңыртыла
3 апрелдә Аҡъяр ауыл биләмәһенең Степной ауылында Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районы ауыл Советы биләмәләре араһында Рәсәй Федерацияһында 2025 йыл Тыуған илде һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Быуындар хәтере» район Еңеү фестиваленең беренсе турында ҡатнашыусы Аҡъяр, Яңы Ергән, Татыр-Үҙәк ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәре сығыш яһанылар.
Һәр йылда ла әүҙемлек күрһәтеп ҡатнашыусы үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында хеҙмәт ветерандары тарафынан ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменттары ансамбле «Утарбай», «Әүһәләй», « Хәйбулла» исемле башҡорт халыҡ көйҙәренән теҙмә башҡарҙылар.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғәриф хеҙмәте ветераны Мәрфуға Азаматова Әнғәм Атнабаевтың «Йәшлек менән осрашыу» поэмаһынан «Гөлләндәм» монологын һөйләне.
Хеҙмәт ветерандары үҙебеҙҙең ерлеккә хас булған халыҡ ижадын үҫтереп, йәш быуынға үрнәк күрһәтеп, яңынан- яңы сағыу сығыштар менән һәр саҡ тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырып торалар.
Оло быуын кешеләренә һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарарға өйрәнгән Ҡараһыу ауылы халҡы һәүәҫкәрҙәрҙең һәр сығышын ихлас күңелдән ҡаршы алдылар.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Файзуллина.

