12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Шиғриәттең аҡ шоңҡары» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә   Башҡортостандың халыҡ  шағиры, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Марат Нәби улы Кәримовтың 95 йәшлек юбилейына  арналған «Шиғриәттең аҡ шоңҡары» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Марат Нәби улы Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында тыуған. Педагогик училищены тамамлағас, мәктәптә уҡыта, комсомолда эшләй, Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары әҙәби курсын тамамлай. Марат Кәримовтың беренсе шиғырҙары 1948 йылдарҙа баҫыла башлай.Ә инде 1956 йылда иң беренсе шиғырҙар йыйынтығы «Бөрөләр» баҫылып сыға. Хеҙмәт юлында «Пионер»,  «Һәнәк» журналы редакцияларында эшләй, 20-нән ашыу китап авторы. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы етмеш йылдан ашыу «Һәнәк»  журналының иң көтөп алынған авторҙарының береһе. 1961-1964 йылдарҙа журналдың әҙәбиәт һәм фельетондар бүлеген, һуңынан ун йыл баҫманы баш мөхәррир вазифаһында етәкләй. Ул әле лә журналдан айырылмай, баҫманың 2024 йылғы лауреаты итеп билдәләнеүе тап ошо хаҡта һөйләй. Марат Кәримовтың тәрән мәғәнәле, шаян телле шиғырҙары, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы юморескалары уҡыусылар тарафынан көтөп алына.

Марат Нәби улы Кәримовтың ижадына арналған күргәҙмәлә «Йәшлегем- йәшнәр көнөм», «Һин бар саҡта», «Донъям ҡәләм осонда», «Һайланма әҫәрҙәр», «Йылмайып көлөп кенә», «Ете көнөм -ете моңом» китаптарында ижад дәүерендә яҙған сатирик  һәм юмористик шиғырҙары  һәм тәржемәләре  урын алған.

Уның лирик- фәлсәфәүи шиғырҙары тәрән уйланырға мәжбүр итһә, юморға ҡоролған сатирик әҫәрҙәре кешеләрҙе намыҫлы йәшәргә, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә,  киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтә.

Марат Нәби улы Кәримовты ихлас күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, алдағы көндәрҙә бәрәкәтле ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ.