«Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ким Әхмәтйәнов һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100- йыл тулыуға ҡарата «Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уға биш йәш тулыуға әсәһе Сәрбиямал вафат була. Тәүге ауырлыҡтарҙы Яныбай ошо йылдарҙан башлап күрә. Башланғыс белемде Исмаҡайҙа ала, уҡыуын Инйәр ауыл мәктәбендә дауам итер өсөн бик күп михнәттәр, ҡаршылыҡтар кисерергә тура килә. Инйәрҙә уҡығанда йәйге каникул ваҡыттарында алтын йыуыу приискыларында эшләй. Ошонда тәүге шиғырҙарын яҙа, старателдәр тормошо менән таныша. Инйәр мәктәбен тамамлап, тыуған ауылында эш башлай. Әммә илгә ҡаршы немец фашистары һуғыш башлай һәм 17 йәшлек Яныбай Хамматов хеҙмәткә алына.
Һуғыштан 1946 йылда әйләнеп ҡайта, төрлө урында эшләй. ВЛКСМ-дың Белорет ҡала комитетында беренсе секретарь, «Башзолото» тресының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, Әбйәлил район Советының башҡарма комитеты рәйесе, БАССР Эске эштәр министрлығының ойоштороу бүлеге начальнигы… Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙенә ышанып тапшырылған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Яңыбай Хамматов әҙәбиәткә, яҙыу эшенә ныҡлап тотонорға форсатты һуңғараҡ таба. Тәүге хикәйәләре һәм мәҡәләләре башҡорт старателдәре тормошона арналған, тарихи әҫәрҙәр яҙыусы булараҡ киң танылыу ала. Ул – егермеләгән роман авторы, тиҫтәләгән повесть-хикәйәләр яҙған.
«Бөртөкләп йыйыла алтын» романы 1965 йылда баҫылып сыға. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәте донъяһына яҙғы йәшен кеүек күкрәп килеп инә. Һуңынан инде башҡорт халҡының тарихын, яҙмышын сағылдырған «Төньяҡ амурҙары», «Һырдарья», «Салауат», «Ҡара яу» романдары донъя күрә. Шулай уҡ «Башҡорттар китте һуғышҡа», «Комбриг Муртазин», «Тыуған көн» биографик романдары ла тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра.
Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы ХХ быуат башынан 1980 йылдарға тиклем Башҡортостанда алтын сығарыуҙы сағылдыра. Яҙыусы тарихи тема өҫтөндә ентекле эшләй. Ике китаптан торған «Төньяҡ амурҙары» роман-дилогияһы ХIХ быуатта Башҡортостанда барған хәлдәрҙе Рәсәй тормошона бәйләүе, башҡорт полктарының 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуын күп яҡлы һүрәтләүе һәм ата-бабаларыбыҙҙың француздарға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. «Башҡорттар китте һуғышҡа…» романы иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән данлы, шанлы юлды тасуирлаусы эпик әҫәр булараҡ билдәле. «Тыуған көн» романы ла ҡаһарман яҡташыбыҙ Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың биографияһына таянып яҙылған. Әҙип вафат булғас, уның ҡыҙы Гүзәл тәржемәһендә һәм ейәне Алһыу биҙәүендә «Пасынок», «Карьера», «Агидель стремится к Волге» китаптары донъя күрә. Тыуған ауылында, Белорет ҡалаһының 22-се башҡорт гимназияһында Яңыбай Хамматов музейы эшләй. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2006 йылда Белорет районы Советы Президиумы тарафынан уның исемендәге премия булдырылған.