Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәр!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылып сыҡҡан, муниципаль район аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ!
Кескәйҙәр өсөн башҡорт халыҡ әкиәттәре «Шаян бесәй», «Алтын ҡош», йәнлектәр һәм ҡоштар тураһында файҙалы мәғлүмәт тупланған «Осҡор ерҙә ҡунаҡта» плакатлы китаптары бар.
Үҫмер балалар өсөн яҙылған Айһылыу Йәғәфәрованың «Шүлгәнташҡа сәйәхәт», Барый Ноғомановтың «Көмөшкүл» исемле матур әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы мажаралар, йәш үҫмерҙәрҙең сәйәхәте, экологик проблемалар, тормош күренештәре һүрәтләнә.
Публицистик баҫма «СВОими глазами. Страницы спецоперации» махсус хәрби операция территорияһында булған республика журналистарының очерктарын, интервьюларын һәм репортаждарын үҙ эсенә алған. Был китапта һуғыш геройҙарының батырлыҡтары ғына түгел, ә ауыр фронт көнкүреше, туғандарының һәм яҡындарының тылда кисерештәрен дә күрергә мөмкин. Авторҙар уҡыусыларға алғы һыҙыҡта үҙҙәре кисергән тойғоларҙы еткерә.
Авторҙарҙың береһе Мөнир Ҡунафин үҙенең әҫәрендә журналистарҙың төп бурысы һалдаттарҙың окоп тормошо менән танышыу һәм репортаж әҙерләү генә түгел, ә барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреү, үҙ ҡолаҡтары менән ишетеү һәм йөрәк аша үткәреү булыуын билдәләй.
Башлыса өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙары менән танылған шағирә Фирүзә Абдуллинаның «Әсәйем һабаҡтары», повестар һәм хикәйәләр уҡырға яратыусыларға Рәзинә Зәйнетдинованың «Ҡашлы йөҙөк», Гөлнара Мостафинаның «Ҡаяға һыйынған ҡайын», Мар. Сәлимдең ҡыҙыҡлы повестары һәм хикмәтле хикәйәләре, фәһемле фельетондары тупланған «Тауыҡ көлкөһө», шулай уҡ Айгиз Баймөхәмәтовтың «Я птицей обернусь», Зөлфиә Шәһитованың «Берег надежды» исемле бай йөкмәткеле китаптарын тәҡдим итәбеҙ.
Яңы китаптар күңелегеҙгә хуш килер тип ышанабыҙ. Китапханаға рәхим итегеҙ!