12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ир- егеттәр менән ил ырыҫлы»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Ир- егеттәр менән ил ырыҫлы» исемле» сара үткәрелде.   Украиналағы махсус хәрби операция бына ике йылдан ашыу беҙҙең тормошобоҙҙа төп тема булып  тора.  Бөгөнгө көндә һәр кемдә бер теләк, махсус операция тиҙерәк тамамланып, илдә именлек, тыныслыҡ урынлашһын һәм ут эсендә йөрөгән яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

Сараға, 2023 йылдың мартынан  махсус хәрби операцияға юлланып бөгөнгө көндә  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан   «Спутник» позывной исемле яугир егетебеҙ саҡырылды. Ил алдындағы хәрби бурысына намыҫлы ҡараған, көслө рухлы, ҡыйыу, илһөйәр яугир, хәрби хеҙмәттәге антына тоғро ҡалып, махсус хәрби операцияға илебеҙ тыныслығы өсөн юлланыуын, төрлө милләт ир- егеттәре менән татыу хеҙмәт итеүҙәре  тураһында һөйләп үтте.

Төҫлә ҡәләмдәр- тыныс тормош сағылышы. Белеүебеҙсә һәр мәктәп уҡыусыһы йөрәк йылыһын һалып  ихлас күңелдән һүрәттәр эшләп, хаттар яҙалар. Яугирыбыҙ балаларҙың эскерһеҙ һүҙҙәре тылсымлы көскә эйә булыуын, хаттарҙы уҡығандан һуң, үҙенең кисерештәре менән уртаҡлашты һәм киләһе ҡайтҡанында улар  менән осрашырға теләге барлығын әйтте.

Дошманға ҡаршы торған яугирҙарыбыҙ ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙгә, яҡындарының дәртләндереүенә, терәк- таяныс булыуҙарына мохтаж. Был яҡтан беҙҙең «Спутник» исемле яугирыбыҙҙың ышаныслы таянысы Римма Зәйнулла ҡыҙы Садовый ауылы «Ағинәйҙәр»ен берләштереп әүҙем эш алып барыуын, эшләгән талисмандары менән таныштырҙы.

Райондың  «Аҡһаҡалдар ҡоро» етәксеһе Миңлеғәле Бохарбаев һәм Зиннур Байбулатов ил һөйәр егетебеҙгә, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һеҙҙең күрһәткән батырлыҡтар бер ваҡытта ла онотолмаҫ  һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған еренә әйләнеп ҡайтһын- тип изге теләктәрен еткерҙеләр.

Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү әүҙем ойошторолған. «Тыуған ил. Хәйбулла» ирекмәне Филүзә Азат ҡыҙы Ишемғолова эш барышы менән таныштырҙы.

Үткәрелгән сарабыҙҙың мөһимлеге булып торған  ил һаҡсыларына ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ төкәнмәҫ рух һәм хәрби уңыштар, егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, именлектә тыныс тормошта осрашырға яҙһын тигән  «Ағинәйҙәр»ҙең  изге доғалары менән, ҡыйыу яугиребеҙгә  хәйерле юлдар теләнеләр.


30 октября в центральной районной библиотеке МАУ ЦБС Хайбуллинского района для членов клуба «Библиотека без границ», «Ағинәйҙәр», также   для активных пользователей библиотеки проведена встреча «Ир — егеттәр менән ил ырыҫлы» с участником специальной военной операции на территории Украины.

В наше неспокойное время мы довольно много получаем информации, в том числе и о ходе СВО. Но получить её из первых уст, от тех, кто там находится, это значит более точно узнать о происходящем.

Наш земляк позывной «Спутник» рассказал о том, как проходят его армейские будни, как устроен быт его и товарищей по оружию. Из рассказа бойца присутствующие узнали, что несмотря на трудности, наши бойцы проявляют мужество и героизм, бесстрашно защищая независимость своей страны. Он поделился своими чувствами, которые охватывают каждого бойца при получении весточек от родных и писем. «Спутник» также дал полные ответы на интересующие односельчан вопросы.

Как и по всей стране жители нашего района вносят свой вклад в общее дело, организуют сбор гуманитарной помощи для солдат, участвующих в СВО. Активисты района, волонтеры группы «Родной тыл. Хайбулла» Ишемгулова Филюза Азатовна, рассказала, что такое надежный тыл, какие обязательства накладывает СВО на мирных жителей.

В завершение встречи сотрудники библиотеки пожелали крепкого здоровья нашему воину, благополучной службы, скорейшего возвращения домой, где его ждут супруга и дочери, родные и близкие. Хотя встреча была очень волнительной и трогательной, но расходились с нее наши гости, унося в душе частичку тепла и гордости за наших ребят.

Такие встречи способствуют воспитанию чувства гордости за свою страну. На конкретном примере мы увидели, что настоящие герои живут рядом, что мужество, храбрость, любовь к Родине – это качества настоящего человека.