12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Милли кейем-милләт ҡото»

       Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Милли кейем көнөнә арналған «Милли кейем-милләт ҡото» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған.Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң
иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған
биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Башҡорт костюмы ғәжәп күп төрлө һәм бай. Сәхнә мәнфәғәтенән сығып, башҡорт кейеме йылдан-йыл нығыраҡ стилләштерелә.
Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйына, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.
Һәр миләттең быуаттан-быуатҡа һаҡлап килгән ғөрөф-ғәҙәттәре булған кеүек, милли кейеме, биҙәүестәре бар.
Милли кейемдә халыҡтың рухи байлығы, йәшәү рәүеше, йолалары, ижади үҫеше сағыла. Сулпы сыңына, алтын-көмөшкә тулған ата-бабаларыбыҙҙың зиннәтле өҫ-башы әле лә һоҡландыра һәм илһамландыра.

Китап күргәҙмәһендә Айгөл Кәмәлиеваның  «Башкирский костюм», Светлана Шитованың «Башкирская народная одежда»,«Искусство башкир», Рәүеф Әхмәровтың «Об истоках декоративно- прикладного искусства башкирского народа» китаптарында башҡорт халыҡ кейемен тикшереүгә нигеҙләнгән, кейем һалымдың составы, уның төрҙәре, биҙәү һыҙаттары һәм башҡорт кейеме традицияларын хәҙерге заманда ҡулланыу мәсьәләләре тураһында танышырға мөмкин. Һәр милләттең милли кейемендә халыҡтың рухи байлығы, йәшәү рәүеше, йолалары, ижади үҫеше сағыла.