12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Шағирәнең ижад йәйғоро»

         Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә шағирә, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙинаның  юбилейына ҡарата  «Шағирәнең ижад йәйғоро» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районына ҡараған) Тимер ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның мәктәптә уҡығанда һәм студент йылдарында уҡ шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай.

1989 йылда «Тау һуҡмағы» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Шағирәнең «Ҡыҙ хәтере», «Мин кем?», «Ҡояшлы йыр», «Йәй ҡыҙы», «Ҡанатлы йөрәк»  исемле йыйынтыҡтары тупланған.

«Ҡанатлы йөрәк» — китабы үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәбиғәткә ҡарата оло мөхәббәт, көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған,  «Мин кем?» йыйынтығында тыуған ер, тәбиғәткә ихлас ихтирам менән һуғарылған ,  «Көҙгө алмалар» — китабына   хикәйәләр, пьеса, поэма, шиғырҙар тупланған. Хикәйәләрендә әҙибә көн ҡаҙағына һуҡҡан ҡырҡыу темаларҙы яҡтырта, көнүҙәк проблемаларҙы ҡыйыу күтәрә. «Аманат» исемле поэмаһы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға ҡарата яҙылған. Шағирәнең тәрән хисле, фәлсәфәүи шиғырҙарында кеше яҙмышы, тормош асылы, тәбиғәткә, кешеләргә оло ихтирам һәм мөхәббәт сағыла.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙен тәржемәсе итеп тә таныта: Владимир ВысоцкийАлександр Сергеевич Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Уның драматургия өлкәһендә лә ижады үҙенсәлекле, «Минең ғаиләм» пьесаһы — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юғалтыу» әҫәре Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙарына Салауат НизаметдиновР. Р. СәғитовС. Р. Сәлмәнов һәм башҡалар йырҙар ижад иткән.