12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ил ҡеүәте берҙәмлектә» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Ил ҡеүәте — берҙәмлектә» китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Был дәүләт байрамы 1612 йылғы тарихи ваҡиғаларға барып тоташа һәм 2005 йылдан Халыҡтар берҙәмлеге көнө булараҡ билдәләнә. Тәрән тарихи мәғәнәгә эйә булған ошо байрам төрлө быуын, милләт һәм дин вәкилдәрен — Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын берләштереүгә йүнәлтелгән. Тыуған илдең азатлығы, үҙаллы үҫеше һәм именлеге өсөн беҙгә айырыуса берҙәм һәм татыу булыу мөһим.

«Ил ҡеүәте — берҙәмлектә» китап күргәҙмәһендә түбәндәге баҫмалар ҡуйылған: «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары» китабында — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни мираҫы, «Башҡортостан халыҡтары» китабында — тарихи-этнографик очерктар, «Единый путь, единая судьба» китабында Башҡортостандың боронғо быуаттарҙан бөгөнгө көнгә тиклемге юлы яҡтыртыла. Билдәле шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүрҙең «Баш йортобоҙ — Башҡортостан» китабында актуаль проблемаларға, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған публицистик мәҡәләләр һәм очерктар ҙур урын алып тора. «В силе единства. Многонациональная Россия. Произведения классиков» китабында милли әҙәбиәттәрҙең классик әҫәрҙәре — шиғырҙар һәм проза өлгөләре тупланған. «Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Мы дружбой сильны» һәм башҡа китаптар аша дуҫлыҡ, берҙәмлек, мәҙәни тормош, йолалар хаҡында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.