«Яҡты яҙмышлы әҙибә»-китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә, яҙыусы, прозаик, хеҙмәт ветераны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булыусы Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнованың 80 йәшлек юбилейына ҡарата «Яҡты яҙмышлы әҙибә» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова 1946 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 1-се һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын туҡыусы булып башлай.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып, 1988 йылда диплом ала. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1974 йылдан алып «Һәнәк», 1982 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләй. 1986—2002 ййылдарҙа, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, 1991 йылдан башлап «Ағиҙел» журналының хаттар бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
Күбеһенсә сатира һәм юмор өлкәһендә эшләй, китаптарына ингән хикәйәләрендә автор замандаштарының карикатур образдарын тыуҙыра. Нажиә Игеҙйәнова – 16 китап авторы. Шулай уҡ, ул балалар яҙыусыһы булараҡ «Исемем матур икән» һәм башҡа хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары авторы.
Китап күргәҙмәһендә урын алған «Һуңғы осрашыу» китабында повесть һәм хикәйәләрҙә хаҡ яҙмыштарҙы, ҡатмарлы кисерештәрҙе йор тел менән тасуирләп бирә. «Таныш булайыҡ» йыйынтыҡта, «Күрше», «Килен», «Шарттар кәрәк эшләргә» һәм башҡа хикәйәләрҙә ысынбарлыҡтағы ваҡиғалар һүрәтләнгән. «Ҡиммәтле кейәү» китабында сатирик һәм юмористик хикәйәләр, скетч, монологтар йыйынтығында фәһемле, фәләсфәле көлкөлө әҫәрҙәре урын алған. «Еҫле һабын» китабында яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә, изгелеккә өндәгән хикәйәләр тупланған.
Нажиә Игеҙйәнова үҙ ижадында күберәк ҡатын – ҡыҙ образына мөрәжәғәт итә, хикәйәләренең геройҙары ғибрәтле яҙмыштар, ҡырҡыу ваҡиғалар аша тормошсан һүрәтләнә. Яҙыусының китап күргҙмәһендә урын алған мауыҡтырғыс повестары, фәһемле хикәйәләре уҡыусылар күңеленә хуш килер, ә инде сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре берсә көлдөрөр, берсә нәфрәтләндерер, берсә ғәжәпләндерер. Китап уҡыусыларға, шулай уҡ, яҙмыш һынауы һүрәтләнгән «Өйрөлмәк» хикәйәһен уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Әҙибәне күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ижад ҡыуаныстары теләйбеҙ!
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.