12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ижадында илһөйәрлек рухы» район  әҙәби  конкурсының йомғаҡлау сараһы

14 октябрь  Хәйбулла районы үҙәк район китапханаһында күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Хәйбулла районының почетлы гражданины, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы – «Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһе һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнеүсе  Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың ижадына һәм 85 йәшлек юбилейына арналған асыҡ район әҙәби конкурсының йомғаҡлау сараһы ойошторолдо.

Тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡ­ авторы, халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улының рухлы ижады райондаштарыбыҙ күңелендә юғары урында  тора.

Әҙәби сарала яҙыусы,  журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе,  Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Шайхзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,  «Шоңҡар» Башҡортостан йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, шулай уҡ талантлы яҡташыбыҙ  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Урал улы Рафиков ҡатнашты.

Әҙәби конкурс Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙары аша илһөйәрлек тойғоһон  уятыу, рухи әхләки ҡиммәттәрен тәрбиәләү һәм йәш таланттарҙың ижади һәләттәрен асыҡлау, шиғыр һөйөүселәрҙең аң- белем дәирәһен киңәйтеү, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, рухлы һүҙҙәрҙе күңелдәргә һәм зиһендәргә таратыу маҡсатына ярашлы 12 йәштән 17 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән алып өлкән йәштәгеләр өсөн  иғлан ителде.

Конкурсҡа ижади эштәр өс номинация буйынса:
«Шиғырҙар һәм проза» — ҡатнашыусылар Ҡәҙим Аралбайҙың тыуған яғын сағылдырған шиғыр юлдарын эпиграф итеп ҡулланып, ижади эштәр, «Китаптар илендә» — шағирҙың шиғырҙарын йәки поэмаларынан өҙөктәрҙе яттан һөйләп видеояҙмалар, буктрейлерҙар һәм китап тураһында һөйләүсе ҡыҫҡа видеороликтар,  «Журналистика» номинацияһында— шағирҙың әҫәрҙәренә һәм тыуған яҡ темаһына арналған эсселар яҙыу  ҡаралды.

Һәм һәр номинацияға ярашлы республикабыҙҙың Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Бөрйән, Миәкә, Әлшәй һәм  Ейәнсура райондарынан һәм  Ҡазан ҡалаһынан 68  эштәр ҡабул ителде.

Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡ­ авторы, халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улының рухлы ижады райондаштарыбыҙ күңелендә юғары урында  тороуын билдәләп,  бәйгелә ҡатнашыусыларға   уңыштар теләп, оло рәхмәтен белдерҙе.

Баһалама ағзалары тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип билдәләнде:

«Шиғырҙар һәм проза» номинацияһында: 

Шиғыр яҙыусылар (18 йәштән өлкәндәр):
— 1-се урын: Ишмөхәмәтова Гөлфиә Ғилмитдин ҡыҙы, Ейәнсура районынан;
— 1-се урын: Ибраһимова Әминә Мостафа ҡыҙы, Миәкә районынан;
— 2-се урын: Зәкирова Гөлсөм Әмир ҡыҙы, Сибай ҡалаһынан;
— 3-сө урын: Сөләймәнова Нәйлә Хансолтан ҡыҙы, Хәйбулла районынан;
— 3-сө урын: Йосопова Айгөл Илдар ҡыҙы, Хәйбулла районынан;
— 3-сө урын: Мостафина Рәсимә Ғәбдрәхим ҡыҙы, Миәкә районынан.

Проза яҙыусылар (18 йәштән өлкәндәр):
— 1-се урын: Кәримова Гөлдәр Әҙеһәм ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһынан;
— 2-се урын: Назарова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы,  Хәйбулла районынан;
— 3-сө урын: Ишмырҙина Зифа Зиннәт ҡыҙы, Ейәнсура районынан.

Уҡыусылар араһында (12 һәм 17 йәшкә тиклем):
— 1-се урын: Торошова Гөлсөм, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Вәлитова Дания Зыя ҡыҙы);
— 2-се урын: Сайфуллина Камила, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Баязитова Лилиә Шәһит ҡыҙы);
— 3-сө урын: Әптекова Камила, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Баязитова Лилиә Шәһит ҡыҙы).

— 3-сө урын: Туләбаева Айгүзәл, Бүребай ауылы  Хәйбулла районынан (етәксеһе Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙы  )

— 3-сө урын: Гәрәева Илгизә, Бүребай ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙы )

 

«Китаптар илендә» номинацияһында:
18 йәштән өлкәндәр:
— 1-се урын: Юнысова Лиана, Ҡазан ҡалаһынан;
— 1-се урын: Буранғолов Айгиз Сәлим улы, Бөрйән районынан;
— 2-се урын: Шигапова Розалия Рафаил ҡыҙы, Миәкә районынан;
— 2-се урын: Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы, Бөрйән районынан;
— 3-сө урын: Иҫәнбаева Венера Әхмәтхан ҡыҙы, Хәйбулла районынан;
— 3-сө урын: Аскарова Нәжиә Имамбай ҡыҙы, Хәйбулла районынан.

Уҡыусылар араһында:
— 1-се урын: Таштимирова Гөлдәниә, 3-сө һанлы Сибай Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы (етәксеһе Алдырханова-Кәримова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы);
— 1-се урын: Шәрипов Бәхтейәр, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Кускилдина Ғилминур Ишбулды ҡыҙы);
— 2-се урын: Азаматов Нурислам, Бүребай ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙы);
— 2-се урын: Билалов Ислам, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы);
— 3-сө урын: Ямалетдинов Айнур, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан (етәксеһе Баязитова Лилиә Шәһит ҡыҙы).

«Журналистика» номинацияһы
— 1-се урын: Алдырханова-Кәримова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы, Сибай ҡалаһынан;
— 2-се урын: Буранбаева Зилиә Илһам ҡыҙы, Бөрйән районынан;
— 3-сө урын: Ҡаҙаҡбаева Ләйлә Ғилмитдин ҡыҙы, Өфө ауылынан;
— 3-сө урын: Коҙабаева Фатима Лоҡман ҡыҙы, Аҡъяр ауылы Хәйбулла районынан.

Һәр номинацияла еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Бәйгелә еңеүсе уҡыусылар Билалов Ислам һәм Шәрипов Бәхтейәрҙең Ҡәҙим Аралбай шиғырҙарын һөйләүҙәре рухыбыҙҙы терелтеп, йөрәктәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты.

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов әҙәбиәтебеҙҙең күренекле ҡәләм оҫтаһы  Ҡәҙим Аралбаевтың  ижади эшмәкәрлеге мул емешле, ырыҫлы, күп яҡлы,  тыуған ерен ижады менән донъя кимәленә сығарған оло әҙип булыуын билдәләп, юбилейы менән ҡотланы.

Талантлы яҡташыбыҙ Морат Урал улы Рафиҡов башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе Ҡәҙим Аралбайҙың ижадының үткерлеге, ҡыйыулығы, саялығы, һәм  шиғырҙарының уҡымлы һәм моңло булыуын ҡеүәтләп, Ҡәҙим Аралбайҙың «Уйҙар», Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Кеше» исемле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Бәйге еңеүсеһе Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Ҡәҙим Аралбайға башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙо, халҡыбыҙҙың ғорурлығы, һәм һәр кем өсөн  илһам сығанағының  өлгө булып тороуын билдәләп,барлыҡ ҡатнашыусылар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе  һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Районыбыҙҙың ғорурлығы, нәфис һүҙ оҫтаһы Ҡәҙим Аралбай әҙәби  сараны йомғаҡлап, һәүәҫкәр яҙыусыларҙың ижади эштәрен дауам итеүҙәрен, яңы үрҙәр яулауҙарын,  һәр яҙған әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенә лайыҡлы өлөш индереүҙәрен теләп, үҙенең ҡулъяҙмаһын ҡуйып менән китаптарын бүләк итте.