«Башҡортостан – гүзәл илем!» китап күргәҙмәһе
11 октябрь — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Башҡортостан – гүзәл илем!» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Китап күргәҙмәһендә Рәшит Шәкүрҙең «Баш йортобоҙ Башҡортостан» мәҡәлдәр һәм очерктар йыйынтығында тыуған республикабыҙға, тарих һәм этнография, туған тел, рухи мәҙәниәтебеҙ мәсьәләләренә арналған мәҡәләләре, ижади портреттар, иҫтәлектәр тупланған. «Башҡортостан – Республика моя», «Республикам минең, Башҡортостан!», Зәйтүнә Ханованың «Илкәйем» нәфис документаль баҫмалар тәҡдим ителә. Рәис Рәхимйән улы Ҡотошов һәм Илгиз Фәтхулла улы Байковтың «К истории Государственной символики Башкортостан» китабында боронғо башҡорттарҙың тамғаларынан башлап Башҡортостан Республикаһы флагы, гербы һәм гимнына тиклем дәүләт символикаһының күп быуатлыҡ үҫеш тарихын асыусы материалдар, «Башҡорт халҡының рухи хазинаһы» китабында жанрҙарға бай, тәрән йөкмәткеле, һутлы телле башҡорт халыҡ ижадының өлгөләре тупланған, «Сал Урал хаазиналары», «Сокровища седого Урала» китап-альбомда башҡорт халыҡ легендалары һәм риүәйәттәр, йырҙар, изгеләштергән ата-бабалар ер-һыуы, тыуған ер-ил данлана. Шулай уҡ, Власов В.Н йыйынтығында «Башкортостан – медовый край», Ю.Ғәйнетдиновтың «Ҡурай һәм ҡурайсылар» һәм башҡа китаптар урын алған.
Башҡортостандың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле. Халҡыбыҙҙың берҙәмлеге һәм тупланғанлығы, рухи көсө һәм ижади ҡеүәте һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итте һәм итә. Башҡортостаныбыҙҙың моңло теленә, уның һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы менән ғорурланабыҙ.
