12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Китап нуры- һәр өйгә»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт ветерандарының һорауы буйынса өйҙәренә күсмә  китаптар, журналдар алып барыуын дауам итә.

Бөгөнгө көндә китаптан айырылмай, уға тоғролоҡ һаҡлаған   китап, гәзит-журналдар уҡырға яратыусы иң өлкән китап уҡыусыларыбыҙҙың  булыуы ҡыуаныслы.  Ғүмерҙәренең тырыш хеҙмәттә үтеүе менән айырыуса ихтирамлы булыуы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән хеҙмәт ветераны Гөлдәр Фәтҡулла ҡыҙы  Кадаева һәм  мәғәриф хеҙмәте ветераны Эльвира  Сәлмән ҡыҙы Бикбова  ғәжәйҽп китаптар донъяһынан айырылмай, әҙәби китаптар менән бер рәттән «Ватандаш», «Ағиҙел»,  «Башҡортостан ҡыҙы»,  «Бәрәкәт»  журналдарының  һәр яңы  һанын көтөп алалар. Китапхана хеҙмәткәрҙәрен һәр саҡ ихлас күңелдән ҡаршы алып, үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлешәләр. «Күрше хаҡы – тәңре хаҡы» тигән мәҡәлгә ярашлы  бөгөнгө көндә  ике күрше донъя хәлдәре менән бүлешеп, аралашып, рухи яҡтан китаптар ярҙамында күңел тыныслығы алып, һәр атҡан таңды  йәшәү дәрте менән ҡаршылайҙар.

Ололарҙы ололау – кешелеклелек билдәһе. Көҙҙөң матур бер мәлендә Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан байрам менән ҡотлап, ихтирам йөҙөнән изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Эльвира  Сәлмән ҡыҙы мандолинала башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарып байрам кәйефе өҫтәне.

Китаптар ярҙамында күңел тыныслығы, йәшәү дәрте алған, ололарҙың  артабан да атыр таңдары тыныс, көндәре имен  булыуҙарын теләйбеҙ.

 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.