12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Халыҡ ижады ынйылары» фольклор сараһы

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре этно-тирмәлә (эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев ихатаһы янында) халыҡ-ара ололар көнөнә арналған «Юшан» халыҡ фольклор ансамбле коллективы    өсөн  «Халыҡ ижады ынйылары» исемле фольклор сараһы үткәрҙе.

Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө — ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки  оло йәштәгеләр сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелендә уңыштарын барлап, тәжрибәләрен  йәш быуынға йомарт өләшеп бәхетле мәлдәрен кисерәләр.

Бөгөнгә көндә быуындар бәйләнешен нығытыусы, милләтенә, туған халҡына, еренә, теленә йөрәгендә оло ихтирам йөрөткән өлкәндәребеҙ тик оло иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ булыуҙары  хаҡында  мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ  ҡыҙы Бохарбаева байрам уңайынан   ҡотлау һүҙҙәрен  еткерҙе .

Сараның  төп темаһы итеп алынған «Халыҡ ижады ынйылары»  фольклор сараһында ил инәһе, башҡорт фольклорын, ғаилә көнкүреш йолаларын өйрәнеүсе, йыйыүсы һәм таратыусы, фольклор традициялары, ауыҙ-тел ижады жанрҙары белгесе, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе, педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифе алдынғыһы Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованы иҫкә алып «Ауыл зыялыһы – Әсмә Усманова» исемле китапта баҫылған бәйет, әйтеш, мөнәжәт, таҡмаҡтар, таҡмаҡ-уйындар, шиғырҙар, һамаҡлауҙар менән танышып үттеләр.

«Кейеҙ баҫыу», «Ҡунаҡ һыйлау – баш күрһәтеү», «Килен һөйөү», «Бүләк –һарауыс», «Буйҙаҡ ҡоҙа», «Ҡороҡлау» һәм башҡа халыҡсан сценарий тупланмаларының береһен киләсәктә сәхнәгә сығарырға тигән ниәт белдерҙеләр.     Әсмә Усманова менән күп йылдар  сәхнәләрҙә сығыш яһаған мәғариф хеҙмәте ветераны Эльвира Сәлмән ҡыҙы Таҡалова мандолинала уйнап «Тирәккәйем» йырын йырлап ишеттерҙе, республика кимәлендә үткәрелгән  бәйгеләрҙә сығыш яһаған осорҙо йылы хәтирәләр менән иҫкә алды.

Хәйбулла районы  тыуған яҡты өйрәнеү музейында Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованың авторлыҡ коллекцияһынан  һаҡланып ҡалған бер нисә милли костюмдарының үҙенсәлекле тамғаларының һырлап тегелешен, биҙәктәренең, тәңкәләренең ҡуйыу тәртибе  тураһында күргәҙмәгә ҡуйып Рәзилә Фазулла ҡыҙы Байғусҡарова таныштырып сыҡты.

Шулай уҡ, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса бик күп эштәр башҡарыуын, тарихи документтары, фото- һүрәттәр аша бергә эшләгән осорон оло хөрмәт менән иҫкә алды. Халҡыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ рухи байлығын туплаған Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр, тигән уйҙар менән  һәр кем үҙ  фекере менән уртаҡлашты.

Тормошобоҙҙа ошондай осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тыныс тормошта йәшәргә насип итһен, тигән изге уйҙар менән тамамланды байрам сараһы.

 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәҙбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге , Рәмилә Файзуллина.