12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Шиғриәт төҫө – халыҡ яҙмышы» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист-публицист, тәржемәсе,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниеваның 75-йәшлек юбилейына арналған «Шиғриәт төҫө – халыҡ яҙмышы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға керә, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумында уҡытыусы булып, Республика телерадиокомитетында, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрә. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған.

Әҙип тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йыл өсөн яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ була.

Китап күргәҙмәһендә урын алған «Уйсандар, һеҙгә өндәшәм» китабында  сәнғәт әһелдәренең ижади портреттары, һүрәтләмәләр, «Донъялыр был..» әҙәби-нәфис баҫмала хикәйәләр һәм эсселар тупланған. «Мөхәббәткә генә ышанам» шиғырҙар һәм поэмалар китабы башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарына ғына  хас тоғролоҡ, мәрхәмәтлелек менән һуғарылған, «Ғүмер кисеүҙәре» йыйынтыҡта әҙибә яҡты кисерештәр, тойғолар, юғалтыу- табыштар, рухиәт кеүек төшөнсәләргә мөрәжәт итә.

Әҙибәнең әҫәрҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Уларҙың һәр береһендә актуаль булған проблемалар күтәрелә, тәрән уйға ҡалырлыҡ ваҡиғалар менән бай. Йәш быуынға рухи, әхлаҡи тәрбиә биреү өсөн дә әһәмиәтле. Шулай уҡ туған телгә, хеҙмәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғәҙеллек, эшһөйәрлек, намыҫлылыҡ кеүек ыңғай тойғоларҙы ла үҫтереүҙә роле ҙур.

Тамара Ғәниева  йәмғиәткә маяҡ булып юл күрһәтеүсе, халҡына хеҙмәт итеүсе шәхестәрҙең береһе.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина