«Шиғриәт уҙаманы» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә күренекле шағир, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр Ғәлимов Сәләм Ғәлим улының тыуыуына 115 йыл тулыуға ҡарата «Шиғриәт уҙаманы » исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Силәбе өлкәһе хәҙерге Сосновка районының Тәгеш ауылында тыуа. Бик йәшләй атайһыҙ ҡала, ике туғаны менән уны әсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Сәләм Ғәлим улы тәүҙә Һары ауылында уҡый, артабан Арғаяш урта мәктәбен тамамлай. Уҡыу йылдарында ул һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусан тырыш, зирәк бала була. Уҡыусы сағында уҡ Ғәлимов Сәләм художестволы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, шиғырҙар яҙып ҡарай. Һуңынан урта мәктәпте тамамлап, уҡытып йөрөгәндә был эшкә тағы ла етдиерәк тотона һәм 1927 йылдарҙа газеталарҙа, мәҡәләләр менән бер рәттән, уның шиғырҙары ла күренә башлай.
Мәктәпте тамамлағас, 1928-1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була. 1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Ғәлимов Сәләмдең яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге активлашып китә. Ул 1932 йылда тәүге китабын – «Тревога» исемле шиғырҙар йыйынтығын сығара. Ә тағы ике йылдан «Тревоганан һуң» китабы баҫыла.
1933 йылда Сәләм Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә. Уның тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге ғилми-тикшеренеү институтына эшкә саҡырыла. Бында ул башкорт халыҡ йырҙарын өйрәнеү менән шөғөлләнә, уларҙы туплап, китап сығара.
Китап күргәҙмәһендә урын алған «Һайланма әҫәрҙәр» һәм «Шиғырҙар, поэмалар» китаптарындағы «Мирон улы», «Мәскәү», «Өс йыр», «Республика иртәһе», «Һәйкәл», «Ғүмер» кеүек башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен, әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына ингән «Шоңҡар» поэмаһын Ғәлимов Сәләм тап ошо студент йылдарында ижад итә. Институттың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәй, әҙәби кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша, ғилми докладтар менән сығыш яһай, тәнҡит мәҡәләләр яҙа.
1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Артабан Өфөләге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июлендә Ленинград ҡалаһында вафат була.
Ғәлимов Сәләм башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана, яңғырауыҡлы әҫәрҙәре һәр уҡыусыға ла таныш. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре телгә килә, ятланып тора, сәхнәнән башҡорт теле, башҡорт шиғриәте күренеше булараҡ ғорур һәм башҡа телдәр, шиғриәттәр менән типә-тиң булып яңғырай.
Йылдар уҙа, дәүерҙәр, ҡоролоштар алмашына, идеологиялар үҙгәрә, ә ялҡынлы шағирҙың талантлы, ижады туған халҡы йөрәгендә йәшәй.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге