«Туған телгә бағышланған ғүмер» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә башҡорт тел белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата «Туған телгә бағышланған ғүмер» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин 1935 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы хәҙер Дәүләтҡол ауылында тыуған.
Башҡорт һәм башҡа төрки телдәр проблика һәм фразеология, социолингвистика, тел типологияһы, башҡорт теленең тарихы һәм грамматикаһы проблемаларын эшләүгә ҙур өлөш индерә. 35 йыллыҡ ғилми эшмәкәрлеге осоронда 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, шулай уҡ редакция-нәшриәт советы һәм «Башҡортостан» энциклопедияһының баш мөхәррире булып эшләй. Ғалимдың ғилми хеҙмәттәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә киң билдәле.
1996 йылда баҫтырылған башҡортса-русса һәм 2005 йылда сыҡҡан ике томлыҡ русса-башҡортса һүҙлектәрҙең яуаплы сәркәтибе һәм төҙөүселәренең береһе.
Китап күргәҙмәһендә күренекле яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың 2003 йылда сыҡҡан «Ҡарат» романы (30 – сы йылдарҙағы кантондар заманын тасуирлана), 2008 йылда баҫылған «Карауанһарай» китабы (романдар һәм повестар индерелән, романда XIX быуаттың Ырымбур ҡалаһындағы Карауанһарайҙы төҙөү тарихы тасуирлана, повестында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл тормошо һүрәтләнә), шулай уҡ «Тәҙрә уйыусы», «Әрем әсеһе» йыйынтыҡтары һәм башҡа һуңғы йылдарҙа ижад иткән хикәйәләре, повестары урын алған.
Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсинға хөрмәт йөҙөнән Өфөнөң Киров районындағы яңы урамдың береһенә Ураҡсин исеме бирелә, 2009 йылда күренекле ғалим йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыла.