«Тыуған яғыма һөйөү йырҙарым» әҙәби-музыкаль кисә
4 ноябрь Иләс мәҙәниәт йортонда «Тыуған яғыма һөйөү йырҙарым» исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Кисәлә күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры, ырыуҙашыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев һәм яҡташыбыҙ, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмбәтов Исламетдин Ризаитдин улы ҡатнашты.
Ҡәҙим Аралбаев – Хәйбулла еренең ысын улы, ижады тыуған төйәгебеҙ менән тығыҙ бәйләнгән халыҡ шағиры. Уның әҫәрҙәре – еребеҙгә, уның тәбиғәтенә, уның кешеләренә гимн. Уның һәр шиғырында тыуған яғына, сикһеҙ далаларына, тырыш кешеләренә һөйөү яңғырай.
Исламетдин Ризаитдин улы мәҙәниәтең, сәнғәттең, үҫешенә һәм илдең мәҙәни мираҫын таратыуға тос өлөш индереүсе күренекле шәхестәребеҙҙең береһе, оло абруй һәм ихтирам яулаған районыбыҙ ғорурлығы.
Әҙәби кисәне ҡурай моңо аҫтында Ҡәҙим Аралбаев сал ҡылғанлы дала тураһындағы шиғыр менән башлап ебәрҙе.
Район мәҙәниәт йорто директоры Илүзә Таһир ҡыҙы Каримова хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлауы һәм арттырыуы өсөн Ҡәҙим Абдулғәлим улына, Исламетдин Ризаитдин улына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың ижады артабан да яңы быуынды изге эштәргә, тыуған яҡҡа һөйөүгә рухландырһын тигән теләк белдерҙе.
Сара барышында алып барыусылар Нәжиә Асҡарова, Алсу Рәхмәтова яҡташтарыбыҙың тормош юлына, ижадына байҡау яһаны. Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Роза Ғәббәсова «Уралыбыҙ», Вилә Рәхмәтова «Турат сағылы», Гөлшат Илйәсова «Күк бүре» һәм уҡыусылар Динис Аскаров, Динислам һәм Алина Касимовтар, Азим һәм Лиана Ишбулдиндар, Әминә Тукбаева Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр. Көнһылыу Шәрипованың «Һаҡмар һылыуы» бейеүе, Дарина Илйәсованың «Сабираҡай» бейеүе әҙәби кисәне биҙәне.
Зинфира Шәрипова башҡарыуында «Юлғотло» башҡорт халыҡ йыры, Ағинәйҙәр башҡарыуында «Йондоҙоң», Нәжиә Асҡарова башҡарыуында «Юҡһыныу» йырҙары, Фәнис Атановтың «Турат сағылы» башҡорт халыҡ көйөн ҡунаҡтар йылы ҡабул итте.
Сараны дауам итеп, тыуған еребеҙҙең матурлығын күрһәтеүҙә, мәҙәниәтебеҙҙе күтәреүҙә архив материалдарына нигеҙләнеп, яҡташтарына, ауылдаштарына арналған ижади эштәр менән шөғөлләнгән Исламетдин Ризаитдин улы Мәмбәтов үҙенең «Реликт ағастар донъяһы», «Һыбайлы һәм ат донъяһы» һәм алтынсы күргәҙмәһе райондың тыуған яҡты өйрәнеү музыйында урын алған «Һуғыш балалары. Улар тормошо – романдар өсөн сюжеттар» һөйләп үтте.
Сара барышында үҫмерҙәрҙең күргәҙмә хаҡында әңгәмә ҡороп, фекер алышыуҙары балаларҙың тәбиғәткә, ҡомартҡыларға битараф булмауҙары хаҡында һөйләй. Күргәҙмә, ысынлап та, уйландыра, фекер тупларға мәжбүр итә.
Римма Ризаитдин ҡыҙы архив материалдарына нигеҙләнеп, ауылдаштарына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған, ауыл тарихын сағылдырған фотокүргәҙмә тураһында тәҫьораттары менән бүлеште һәм артабанғы ижади эштәренә унышлыҡтар теләп ҡомартҡы фотоһүрәттәр тапшырҙы.
Тыуған еренә ҡарата оло һөйөү йөрөткән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналған әҙәби сара һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.












